Даирә
-3 °С
Облачно
Новости
2 Октября , 05:08

Бик шәп яңылыҡ мәғлүм булды!

Өфөлә күренекле рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре С.Т. Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналған ҙур сара уҙҙы. Унда Малай ауылы егете Динис Ҡоҙаҡаев С.Т. Аксаков исемендәге премия тапшырылды. Яҡташыбыҙ фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, еңеү яулаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бик шәп яңылыҡ мәғлүм булды!Бик шәп яңылыҡ мәғлүм булды!
Бик шәп яңылыҡ мәғлүм булды!

- С.Т. Аксаков исемендәге премияға эҙләнеү конкурсы йыл һайын Өфө ҡала советы тарафынан үткәрелә. Конкурста республиканан, Рәсәйҙән барлығы 57 студент өс номинацияла көс һынаны. Әйткәндәй, быйыл Һиндостандан да студенттар ҡатнашты, тимәк Халыҡ-ара конкурс тиһәң дә була.

Конкурстың мөһим өлөшө – эҙләнеү эшен яҡлау. Депутаттар, билдәле эшмәкәрҙәр, шәхестәр, абруйлы жюриҙар алдында сығыш яһаныҡ, эш буйынса һорауҙарға яуап бирҙек. Барлыҡ студенттар араһынан, “Воспитательный потенциал творчества С.Т. Аксакова в формировании семейных и духовно-нравственных ценностей современной молодёжи” тип аталған эшем иң яҡшыларҙың береһе тип билдәләнде һәм “Иң яҡшы фәнни-эҙләнеү эше” номинацияһында еңеп сыҡты. Был эҙләнеү эшен етәксем – филология фәндәре кандидаты, Башҡорт филологияһы факультетының доценты, тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары Гөлназ Вәлиева менән бергә башҡарып сыҡтыҡ.

Әҙерләнгән саҡта Сергей Аксаковтың биографияһын төплө өйрәнергә, барлыҡ әҫәрҙәрен уҡып сығырға, уларға филологик, педагогик анализ эшләргә тура килде. Эштең төп йүнәлеше – Аксаковтың әҫәрҙәрен дәрестәрҙә, төрлө сараларҙа, класс сәғәттәрендә ҡулланыр өсөн күрһәтмә биреү ине. Үҙем педагогия университетында уҡығас, был йүнәлеш бик ҡыҙыҡлы, фәһемле булды. Ә инде тантаналы рәүештә “Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы советының С.Т. Аксаков исемендәге премия лауреаты” тигән исем һәм уға ярашлы аҡсалата премия алған саҡта бигерәк тә ҙур ғорурлыҡ, ҡыуаныс тойғоһо кисерҙем. Бик шатмын һәм үҙемдең етәксемә, Өфө ҡала советына рәхмәтлемен, - ти үҙенең мәртәбәле еңеүе хаҡында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының 3-сө курс студенты Динис Ҡоҙаҡаев.

Афарин! Ғорурланабыҙ!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас