Даирә
+12 °С
Облачно
Новости
2 Октября , 05:19

Автоклуб ситтә ҡалманы

Күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәк районыбыҙҙың алыҫ ауылдарында йәшәүселәрҙең ялын ойоштороп, күңел асыу эше менән генә сикләнмәй, ә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Автоклуб ситтә ҡалманыАвтоклуб ситтә ҡалманы
Автоклуб ситтә ҡалманы

Махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ тыныслығын һаҡлаусылар өсөн ярҙам итеү ниәте менән автоклуб хеҙмәткәрҙәре “Хәстәрлек менән өйҙән” тигән берҙәм исем аҫтында хәйриә концерттары ойошторҙо. Был изге сараға районыбыҙ халҡы әүҙем ҡушылды.

Һәр кемебеҙ үтәй алырлыҡ ошо изге ғәмәл, ошо бәләкәй генә ярҙам шундай ҡатмарлы бурысты үтәгән егеттәр менән теләктәшлек күрһәтеүҙең бер ысулы булып тора. Артистарҙың һәр сығышы илһөйәрлек, Ватаныбыҙ һәм бөгөнгө көндә уны яҡлаусылар өсөн ғорурлыҡ менән һуғарыла.

Хәйриә концерттарынан йыйылған барлыҡ аҡса хәрбиҙәргә йылы әйберҙәр, шәхси гигиена саралары, оҙайлы һаҡлана торған аҙыҡ-түлек алыуға йүнәлтеләсәк.

Эйе, ошолай итеп аҙ ғына булһа ла хәстәрлек күреү ҙә хәҙерге ваҡытта алғы һыҙыҡта булған яугирҙәргә йылылыҡ бүләк итер тигән ышаныстабыҙ.

Бындай ярҙамдан бер кем дә ситтә ҡалмаһын ине...

 

Автор:
Читайте нас