Даирә
+13 °С
Облачно
Новости
2 Октября , 05:34

Ауыл мәктәбендә йәрминкә гөрләне

Сахай ауылы мәктәбендә йәрминкә гөрләне. Унда мәктәп балалары һәм беҙ – ирекмәндәр ҡатнаштыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл мәктәбендә йәрминкә гөрләнеАуыл мәктәбендә йәрминкә гөрләне
Ауыл мәктәбендә йәрминкә гөрләне

Был көндө уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре әҙерләгән тәмлекәстәрҙән, матур-матур ҡул эштәренән өҫтәлдәр һығылып торҙо. Һәр кем маҡтап-маҡтап үҙ әйберен һатырға тырышты, сөнки был йәрминкәнән алынған килемдең барыһы ла бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла илебеҙ тыныслығын яҡлаусы яҡташ яугирҙәр өсөн ҡулланыласаҡ.

Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне. Йәрминкәлә барлығы 60 мең һум аҡса йыйыуға өлгәштек. Был сумма Сахай һәм Бельский волонтерлар штабына бүлеп бирелде.

Шундай файҙалы сара ойоштороусыларға, Сахай мәктәбе коллективына, уҡыусыларға, “Ромашка” балалар баҡсаһы коллективына һәм кескәй тәрбиәләнеүселәргә, уларҙың атаәсәләренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Фия ХИСАМОВА.

Сахай ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас