

Байрам сараһының тарихы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы осорҙағы Шишмә ҡатын-ҡыҙҙарының батырлығы менән тығыҙ бәйле. Тиҫтәләрсә саҡрымдар үтеп, ҡатындар ҡала халҡын туҡландырыу һәм тылда арымай-талмай эшләүселәргә көс биреү өсөн Өфөгә һөт алып килер булғандар. Оҙон юлда һөттөң әсегән саҡтары ла булғылай һәм ул ҡуйы, туҡлыҡлы ҡатыҡҡа әйләнә. Шулай итеп, баш ҡаланың күп кенә халҡы өсөн ҡатыҡтың һәр ҡалағы йәшәү йотомо, аслыҡтан ҡотолоу сараһы булып тора.
Ойоштороусылар фекеренсә, “Ҡатыҡ байрамы” шау-шыулы күңел асыу түгел, уның төп маҡсаты – халыҡ кәсептәрен, милли йолаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау, шулай уҡ йәш быуынды мәҙәни мираҫҡа йәлеп итеү. Ошо мәртәбәле сарала беҙҙең райондаштар ҙа әүҙем ҡатнашты.
- “Ҡатыҡ байрамы”нда үҙебеҙҙе күрһәтеп, ыңғай тәжрибә туплап ҡайттыҡ. Шишмә районының үҙәгендә урынлашҡан Еңеү паркы ысын халыҡ уйындары үҙәгенә әйләнде. Быйылғы “Ҡатыҡ байрамы” Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә үтте һәм урындағы халыҡ өсөн ысынлап та йәмле байрам булды.
Шишмә халҡы менән шатлыҡ уртаҡлашырға почётлы ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, “Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы” төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Заһир Хәкимов һәм халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова килде.
Этнойорттар конкурсы сараның айырым биҙәге ине. Бында ҡатнашыусы район вәкилдәре милли колоритты күрһәтеү оҫталығында ярышты һәм сәхнәлә үҙҙәренең концерт номерҙарын күрһәтте. Иҫке Муса ауыл мәҙәниәт йортоноң “Шатлыҡ” фольклор коллективы уңышлы сығыш яһап, “Яңы ҡараш өсөн” дипломына һәм сертификатҡа лайыҡ булды. Ауылыбыҙ халҡы аҡтың ҡәҙерен белә: һөт ризыҡтары, ҡорот, ҡатыҡ һәр йорттоң өҫтәле түрендә. Ауылдаштарым үҙҙәренән артып ҡалған һөт ризыҡтарын һатып ярайһы уҡ килем дә ала беләләр. “Шатлыҡ”та талантлы, рухлы апайҙар, еңгәйҙәр дәртләнеп ижад итә, - тип белдерҙе Иҫке Муса ауылы мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Гөлшат Шәңгәрәева.
- Шишмәләргә барҙым әле тәмле ҡатыҡ эсергә! Ҡырҡмаһа ҡырҡ эшемде ҡырҡ яҡҡа ташлап, Шишмәгә юлландым. Бында республикабыҙҙа киң билдәлелек алған “Ҡатыҡ байрамы” үткәрелә. Өс йыл рәттән ҡатнашам был байрамда, сөнки сараның күләме, йөкмәткеһе, ҡатнашыусыларҙың күмәклеге һәм байрамдың йәйғорҙай балҡышы күңелдәрҙе елкендерә. Тыуған еребеҙ, ошо тупраҡта бер туғандай татыу йәшәп ятҡан төрлө милләт вәкилдәренең дуҫлығы күңелдә ғорурлыҡ тойғолары уята.
Яҡташтарым – Иҫке Муса ауыл биләмәһе халҡы ла ҡатнашты “Ҡатыҡ байрамы”нда. Ҡатыҡтың ниндәй генә төрөн алып килмәгән ҡырмыҫҡалылар! “Иң тәмле ҡатыҡ һеҙҙә”, - тип халыҡ өҙөлмәне Иҫке Муса этнойорто эргәһенән. Байрам йырлы-моңло сығыштар менән үрелеп барҙы, һәр кемдең күңеленә хуш килде, - тигән сираттағы тәьҫораттары менән бүлеште беҙҙең даими гәзит уҡыусыбыҙ Айрат Искәндәров.
Ошондай ҙур мәғәнәгә эйә булған байрамдар тормошобоҙға йәм, күңелдәребеҙгә дәрт өҫтәй.
Әйткәндәй, Иҫке Муса ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша һәм был бәйгелә еңеп сығыу өсөн ең һыҙғанып эш башланы. Уларға уңыштар юлдаш булһын!
Розалия НАЗАРОВА.