Даирә
+8 °С
Дождь
Новости
1 Октября , 11:01

Изгелек ҡылыу ҙа - батырлыҡ

Район үҙәк китапханаһында изгелеккә арналған сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Изгелек ҡылыу ҙа - батырлыҡИзгелек ҡылыу ҙа - батырлыҡ
Изгелек ҡылыу ҙа - батырлыҡ

Район үҙәк китапханаһында изгелеккә арналған сара үтте. Уның маҡсаты – изгелек һүҙенең мәғәнәһенә төшөндөрөү, яҡшы эш эшләргә ынтылыш тәрбиәләү.
2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары сараның ҡунаҡтары булды. Осрашыу йылы, күңелле шарттарҙа үтте. Сарала ҡатнашыусылар изгелек, яҡшылыҡ ҡылыуҙың, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы һәм ярҙамсыл булыуҙың ни тиклем мөһим булыуы тураһында фекер алыштылар. Изгелеккә юл еңел генә бирелмәй, яҡшыраҡ булыр өсөн һәр ваҡыт үҙеңдең ҡылыҡтарың тураһында уйларға һәм яҡшылыҡ эшләргә тырышыр­ға кәрәклеге тураһында һөйләнеләр. Эйе, хатта бәләкәй генә изге эштәр ҙә тирә-яҡ донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала.
Изгелек – ул хәйерле яҡшы эш-ғәмәл, кемгәлер хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеү, насарлыҡтан тыйылыу, тормошобоҙҙоң күркәм әҙәп-әхлаҡ сифаты. Кешеләрҙе һөйөндөрөүсе зат – ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән кеше. Игелекле булыу – иманлы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле, сабыр ғына һөйләшеү, мөләйем, ярҙамсыл булыу. Был сифаттар беҙгә борон-борондан халҡыбыҙҙың мираҫы булып ҡалған. Кемгә лә булһа изгелек ҡылаһың икән, ул һинең үҙеңә изгелек булып әйләнеп ҡайтасаҡ.
- Бер-береңә ҡарап йылмайыу, күңелгә рәхәтлек бирә, йылмайыу көн буйына етерлек көс бирә, шуны онотмайыҡ. Яҡшылыҡ ҡылған кеше һөйкөмлө, матур ҙа. Ундай кешенең дуҫтары ла күп була, - ти сараны алып барыусы Вероника Яковлева.
Артабан балалар изгелек, яҡшылыҡ тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, “Яҡшы һүҙҙәр”, “Кем кем менән дуҫ” һәм башҡа уйындарҙа ҡатнаштылар.
Изгелек эшләргә өйрәнәйек, дуҫтар!
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас