Даирә
+8 °С
Дождь
Новости
1 Октября , 10:32

Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға

Район ирекмәндәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙе улар көндәлек бурыс итеп ҡабул итәләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашығаИрекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға

Иҫке Ҡыйышҡы ауылының “Иҙел” ирекмәндәр клубы ағзалары ла шундай фекерҙә. Уларҙың махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға ярҙамы бер ҙә туҡтамай.
Ирекмәндәр клубы ағзалары бөгөн дә иң мөһим һәм егеттәргә иң кәрәкле әйберҙәрҙе эшләү менән мәшғүлдәр: маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, дронға ҡаршы ҡорғандар бәйләйҙәр, һалма йәйәләр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр. Әйткәндәй, хәҙер улар дронға ҡаршы селтәрҙәр ҙә үрергә өйрәнгәндәр. Ялға ҡайт­ҡан һалдаттар менән осрашып, уларҙың хәлдәрен һорашалар, тағы ла нимә менән ярҙам итә алыуҙары тураһында белешәләр.
- Үрелгән селтәрҙәр дошман күҙенән яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Шуға күрә лә беҙҙең эшмәкәрлек ҙур яуаплылыҡ талап итә. Ярҙам иткән һәр кем дөйөм һәм изге эшкә үҙ өлөшөн индерә, сөнки махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы хәстәрләү һәр кемдең күңелендә булған изге ниәт. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ, - ти клуб ағзалары.
Яҡташтарының яҙмышына битараф булмаған ауыл халҡы хәленән килгәнсә аҡса йыйыу­ҙа әүҙемлек күрһәтә, сөнки махсус хәрби операцияның алғы һыҙығында уларҙың туғандары, таныштары хеҙмәт итә. Йыйыл­ған аҡсаға ирекмәндәр тәү сиратта кәрәкле әйберҙәрҙе йыйырға тырыша, эске ке­йем, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, консервалар, шәхси гигиена әйберҙәре һәм башҡалар һатып алалар. Госпиталдәр өсөн дә әйберҙәр йыйнайҙар. Посылка менән тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек ебәрәләр. Әлеге мәлдә күберәк йылы әйберҙәр, ир-егеттәр һораған кәрәкле материалдар, ҡоролмалар һалалар.
Йыйылған гуманитар ярҙамды Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Ҡырмыҫҡалылар үҙебеҙҙеке­ләр­гә” ирекмәндәр штабына алып килеп тапшыралар. Халыҡтың ярҙамы менән туп­ланған гуманитар ярҙам даими рәүештә алғы һыҙыҡҡа ебәрелә
Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, күптән көткән Еңеү килһен, ир-егеттәр иҫән-имен тыуған яҡтарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә иҫкеҡыйышҡылар.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға ашыға
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас