Даирә
+12 °С
Облачно
Новости
1 Октября , 11:06

Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде

Ҡырмыҫҡалы ауылының “Нес­кучный” ял паркында “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләндеАуылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде

Район халҡы ауылды йәшелләндереү акцияһына дәррәү ҡушылды.
Ҡырмыҫҡалы ауылының “Нес­кучный” ял паркында “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы үтте. Сара сиктәрендә парк биләмәһендә 50 төп ҡарағай һәм эре йәшел үҫентеләр ултыртылды.
Изге акцияға муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров та ихлас ҡу­шыл­ды. “Йәшел Башҡортос­тан” акцияһы экологик хәлде яҡшыртыуға һәм уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Тәбиғәтте һаҡлау, тирә-яҡты йәшелләндереү - бөтә кешенең бурысы.
Әлфир Фәрхәт улы акцияла әүҙемлек күрһәткән район халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Районыбыҙға килгән ҡунаҡтар тәбиғәтебеҙҙең хозурлығына һоҡлана. Район ауылдарын йәшелләндереүҙә халыҡ ҙур көс һала. Уларҙың тырышлығы менән киләсәктә парк күркәм төҫ алыр. Бөгөн тыуған яҡтың матурлығына тағы бер тапҡыр үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Ултыртылған бөтә үҫентеләр ҙә уңышлы ғына ерегеп, киләсәктә ағастар гөрләп үҫһен. Артабан да был матур йола дауам ителер, тип ышанам, - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Шулай уҡ паркты йәшелләндереү акцияһында район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, йәмәғәт ойошмалары коллективтары, хәрбиҙәр һәм барлыҡ район халҡы ҡатнаш­ты. Акцияла ҡатнашыусылар дәртләнеп, берҙәм эшләнеләр. Яңы ҡарағайҙар паркты биҙәп кенә ҡалмайынса, киләсәк быуындар тураһында ҡайғыртыу символына әүерелһен, беҙҙең берҙәмлегебеҙ ҙур һәм изге эштәрҙең башы булһын. Бергәләп районыбыҙҙы матурыраҡ, ә тәбиғәтебеҙҙе байыраҡ итәсәкбеҙ!
Людмила ИСЛАМҒОЛОВА.

Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Ауылыбыҙ тағы ла йәмләнде
Автор:
Читайте нас