Даирә
+13 °С
Ясно
Новости
28 Сентября , 07:12

Ике тиҫтә йыл балалар тәрбиәләй

Яҙмышымды тәрбиәсе һөнәренә арнауыма, бәләкәстәргә иң тәүге белем серҙәрен, тәрбиә алымдарын төшөндөрөүем менән бәхетлемен, ти 1-се Ҡырмыҫҡалы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Бүләкова.

Ике тиҫтә йыл балалар тәрбиәләйИке тиҫтә йыл балалар тәрбиәләй
Ике тиҫтә йыл балалар тәрбиәләй

Ләйсән Памир ҡыҙы сы­ғы­шы менән сал ҡылғанлы Хәйбулла районының Ивановка ауы­лынан. Ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуған. Атаһы Па­мир Ғәлиулла улы ябай колхозсы була. Әсәһе Флүрә Кәрим ҡыҙы балалар баҡсаһында эш­ләй. Ләйсән урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Кү­мертау педагогия училище­һы­на “Мәктәпкәсә йәштәге бе­лем биреү” бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тәрбиәсе дипломын ал­ғас, тыуған ауылына эшкә ҡай­та. Хеҙмәт юлын урындағы “Улыб­ка” балалар баҡсаһында башлай.
- Мин үҙем ошо балалар баҡ­саһына йөрөнөм. Шуға кү­рә коллектив, элекке тәрбиә­се­ләрем мине йылы ҡаршы алды. Унда мин өлкән балалар төркөмөн етәкләнем. Тәүге аҙы­мым­да остаздарымдың ярҙамын то­йоп эшләнем, - ти Ләйсән Памир ҡыҙы.
Артабан белемен камиллаш­тырыу ниәте менән Магнитогорск дәүләт университетының “Мәктәпкәсә педагогика һәм пси­хология” факультетында белем ала.
Ләйсән Ҡырмыҫҡалы райо­ны­нан ауылға туғандарына ҡу­наҡҡа кигән егет менән та­ны­­шып, дуҫлашып китә. Тиҙ­­ҙән уларҙың дуҫлыҡтары ҙур мөхәббәткә әүерелә. Бер йыл осрашып йөрөгәс, йәштәр сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡора. Шулай итеп яҙмыш уны беҙҙең районға алып килә. Әлеге мәлдә 1-се Ҡырмыҫҡалы балалар баҡсаһында ең һыҙғанып эшләй, бар күңелен кескәйҙәргә һала ул.
- Тәрбиәсе һөнәрен һайлауым йөрәгем ҡушыуы буйынса булды. Был һөнәргә ҡарата һөйөү миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде, сөнки минең әсә­йем бөтә ғүмерен ошо һөнәргә бағыш­ланы. Һөнәр һайлау ва­ҡыты еткәс, һис шикһеҙ уның юлын дауам иттем. Тәрбиәсе булып эшләүе үтә яуаплы, әммә мин кескәйҙәрҙе ныҡ яратам. Шуға күрә минең өсөн иң берен­се шарт һәм иң мөһиме – балаларҙы яратыу. Эскерһеҙлек, сабырлыҡ, ихласлыҡ кәрәк, - ти ул.
Эйе, ата-әсәнең иркә ҡосағынан яңы айырылған балаларҙы яҡты йөҙө, яғымлы һүҙе, йылы ҡарашы менән йыуатҡан, донъяны танып-белергә өйрәткән мәрхәмәтле йөрәкле кеше ул тәрбиәсе. Бар булмышын сабыйҙарға бағышлаған, уларҙың һәр береһенә йөрәк йылыһын тигеҙ бүлгән, ихлас яратҡан, хәстәрлек күргән кеше генә эшләй алалыр.
- Бөтә күңелем менән эшемә бирелгәнмен. Һәр балала үҙ хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күрһәм, ата-әсәләрҙең рәхмәттәрен ишетһәм, был минең хеҙмәтем өсөн оло баһа, - ти тәрбиәсе.
Әле уның ҡул аҫтында өлкән төркөмдә 36 бала. Үҙ-ара дуҫ һәм татыу булырға, башҡаларға ярҙам итергә, кешелекле булыр­ға, кәрәк саҡта ғәфү үтенергә өйрәтә. Һәр нәмәне ата-әсәләр менән берлектә, кәңәшләшеп атҡаралар. Бөгөнгө көндә тәрбиәсе бар тырышлығын һалып сығарылыш төркөмөн мәктәпкә әҙерләй. Һәр бер сығарылыш, һәр бала үҙенсәлекле булыуы менән хәтерҙә ҡала, ти ул.
Балалар йыл буйына үткәрелеп килгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Мәҫәлән, уның тәрбиәләнеүсеһе Мирйәм Хисаметдинова “Тере классика – бергә уҡыйбыҙ” шиғыр һөйләүселәр конкурсында балалар баҡсаһында 1-се урын, район буйынса 2-се урын яулаған. Мәликә Тажетдинова шул уҡ конкурста балалар баҡсаһында “Иң яҡшы шиғыр һөйләүсе”, ә Рамазан Хәйретдинов “Ғаилә – бөтә башланғыстарҙың башы” номинацияларында еңеүсе булған. Ләйсән Памир ҡыҙы үҙе лә район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.
Ләйсән Бүләкованың бала­лар баҡсаһында эшләүенә ағым­дағы йылда егерме йыл тула. Был дәүер ҡасандыр һайлаған һө­нәре тураһында күп нәмә һөйләй. Коллектив Ләйсән Па­мир ҡыҙын хөрмәт итә, намыҫлы эшен күрә һәм баһалай белә. Юғары һөнәри оҫталығы, педагогик талант һәм үҙ эшенә тоғролоҡ өсөн 2025 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән һәм район мәғариф бүлегенән Рәхмәт хаты менән билдәләнә.
Мин үҙемдең тормошомдо балалар баҡсаһынан башҡа, балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Минең яратып һайлаған һөнәрем – тормошомдоң айырылғыһыҙ бер өлөшө, ти ул.
- Хәҙерге балалар үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм энергияһы менән таң ҡалдыра, һорауҙар бирергә, һынап ҡарарға, яңылышырға ҡурҡмай. Улар янында үҙеңә һәм донъя­ға иғтибарлыраҡ булырға өйрәнәһең. Һәр бала һәләтле, тик уны үҫтерә белергә кәрәк. Һәр береһенә иғтибар бүлергә тырышам. Ышаныс һәм изге һүҙҙәр өсөн ата-әсәләргә оло рәхмәтлемен.
Ләйсән Памир ҡыҙы өйөндә уң­ған хужабикә, өлгөлө ҡатын, һөйөклө әсәй. Тормош иптәше Илдар Рауил улы Эске эштәр министрлығы пенсионеры. Улдары Малик Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты. Бүләковтар сынъяһау итеп йортон да ҡарай, гөрләтеп донъяһын да алып бара. Улар шулай уҡ иҫ киткес матур тәбиғәтле, бай тарихлы Башҡортос­тан буйлап сәйәхәт итергә ярата, шуға күрә ял көндәрен көтөп алалар.
Ләйсән Памир ҡыҙына ғаи­ләһе менән берҙәм, татыу ғүмер кисерергә яҙһын, еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, сабырлыҡ, һөҙөмтәле эш теләйбеҙ. Кескәйҙәрегеҙ һау-­сәләмәт булып, уңыштары менән йыш һөйөндөрһөн.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас