Даирә
+13 °С
Ясно
Новости
28 Сентября , 06:32

Хыялдар тормошҡа аша

Районыбыҙ ауылдары йылдан-йыл матурлана, күркәмләнә, үҫә бара. Уларҙа әленән-әле заманса объекттар барлыҡҡа килә.

Хыялдар тормошҡа ашаХыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Иҫке Бәпес ауылы кескәйҙәрен ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға көтә ине. Ауылда улар өсөн яңы балалар майҙансығы барлыҡҡа килде.
Майҙансыҡты асыу тантанаһы илдә барған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау көнөнә тура килде. Шуға күрә ауыл халҡы икеләтә ҡыуаныс кисерҙе.
Тантанала муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов, Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауыл халҡы ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтар ауыл халҡының шатлығы менән уртаҡлашып, иң изге теләктәрен еткерҙе.
- Был матур майҙансыҡ һис ҡасан да буш тормаһын, балалар килһендәр, уйнаһындар. Урамдарҙа балаларҙың шат тауыштары яңғырап тора икән, тимәк ауылдың киләсәге лә яҡты, - тине үҙ сығышында Әлфир Фәрхәт улы.
Артабан ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, майҙансыҡ балалар менән тулды. Ҡунаҡтар, ата-әсәләр балаларҙың шатланышып унда уйнауын күҙәтте.
Заманса объект Берҙәм Рәсәй партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында ғәмәлгә ашырылды. Кәрәкле, файҙалы проекттың ауылдарҙы артабан үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был программа сиктәрендә мөһим эштәр башҡарыла, мәҫәлән, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, унда ял итеү зоналары, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын төҙөү, биналарҙың, тротуарҙарҙың, аллеяларҙың архитектур яҡтылығын булдырыу һәм башҡалар. Иҫкебәпестәр бындай программаларҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша һәм ауыл халҡы өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшәләр.
Биләмәлә хәүефһеҙ резина япмалы балалар өсөн уйын зонаһы барлыҡҡа килде. Уйын майҙансығы барлыҡ заман талаптарына тура килтереп эшләнгән. Бөтә конструкциялар ҙа ышаныслы беркетелгән, материалдар сертификатланған, шуға күрә балаларҙың ата-әсәләре тыныс була ала.
Бынан тыш, ауылда спорт һөйөүселәр өсөн волейбол майҙансығы ла барлыҡҡа килде. Башҡалар көнләшерлек ошондай спорт майҙансығынан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәҫ әле. Бында юғары кимәлдә ярыштар ойошторолор. Киләсәктә Иҫке Бәпес ауылынан бик күп юғары исемле спортсылар сығыр, тип ышанабыҙ.
Был көндө мәктәп уҡыусылары хәйриәлек йәрминкәһе ойошторҙо. Уҡыу­сылар үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен, сувенирҙарын, татлы-тәмле ризыҡтарын тәҡдим итте. Һатыуҙан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға оҙатыласаҡ.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас