

2286-сы һайлау участкаһында - өс быуын вәкилдәре. Зәйнәп Ғизәтуллина ҡыҙы һәм ейәнсәре менән килгән. Инәй оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һайлау участкаһына үҙе тауыш бирергә килгән. Уға 20 февралдә 88 йәш тула. Һөйкөмлө, нурлы инәй әле лә теремек, әүҙем, сос.
Зәйнәп Мөхәмәт ҡыҙы намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән. Ул Ҡырмыҫҡалы юл-ремонт төҙөлөш идаралығының кадрҙар бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә һәр урында янып эшләгән.
Ғизәтуллиндар ике ҡыҙға ғүмер һәм белем биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөнгө көндә балаларының хөрмәтен, ихтирамын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Зәйнәп инәй 5 ейән-ейәнсәргә, 3 бүләсәргә һәм 1 бүләгә яратҡан, һөйөклө өләсәй ҙә.