Даирә
+19 °С
Ясно
Новости
18 Сентября , 11:27

Рания тәүге тапҡыр һайланы

Һайлау процесында йәштәрҙең дә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы.

Рания тәүге тапҡыр һайланыРания тәүге тапҡыр һайланы
Рания тәүге тапҡыр һайланы

Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалвы филиалы бинаһында урынлашҡан 2286-сы һайлау участкаһы үҙ эшен дауам итә. Ҡырмыҫҡалы ауылы һайлаусылары һайлауҙарға әүҙем килә. Һайлау процесында йәштәрҙең дә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Тәүге тапҡыр Рания Әхмәрова ла һайларға килде. Ул быйыл гражданлыҡ бурысын беренсегә үтәй. Йола буйынса ҡыҙға бүләктәр тапшырылды.

- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алам. Тәүге тапҡыр тауыш бирәм. Бында йылы ҡаршы алдылар, бик оҡшаны,- ти Рания.

Был көн йәш һайлаусының күңелендә матур иҫтәлек булып һаҡланыр.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас