

- 81-се янғын бүлеге – ысын профессионалдарҙан торған ҙур булмаған коллектив. Беҙҙә намыҫлы, тәүәккәлдәр эшләй. Штатта 32 хеҙмәткәр булһа ла, әлеге көндә - 20 кеше. Эштә сыҙамдар, үҙ эштәрен яратҡан дар ғына ҡала. Араларында во дителдәр, янғын һүндереүселәр бар. Барыһы ла үҙ эшен яҡшы белгән квалификациялы ҡотҡа рыусылар. Уларҙың береһе – 29 йыл янғын һағында торған ҡа рауыл начальнигы Рөстәм Зарипов. Ул яуаплы, бөтә бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, докумен тация эшен дөрөҫ алып бара. Тәж рибәле хеҙмәткәр йәштәргә остаз да булып тора, - тип та ныштырып үтте янғын-ҡотҡа рыу бүлеге етәксеһе Хәмзә Тәлғәт улы Ғибәҙуллин.
Рөстәм Зарипов армиянан һуң, 1997 йылда янғын һүнде реүсе булып эшкә урынлаша. Бер нисә йылдан ситтән то роп БДУ-ны (Бөрө филиалы) янғын хәүефһеҙлеге белгеслеге буйынса тамамлай. 2001 йылда тәжрибәле белгесте ҡарауыл на чальнигы итеп ҡуялар.
- Эшебеҙҙә бер-беребеҙгә ҡарата булған ышаныс ҙур роль уйнай. Янғын урынында дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мөһим, сөн ки беҙ кешеләрҙең сәләмәтле ге һәм ғүмере өсөн яуаплыбыҙ. Бында минуттар түгел, секунд тар хәл итә. Беҙгә физик ныҡлы һәм психологик яҡтан сыҙам булырға кәрәк. Ҡурҡыуҙы еңеп, ярҙамға ашығабыҙ. Янғын һүн дереп, часҡа ҡайтыу менән эштәрен башҡарабыҙ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс тиҙерәк машинаға һыу тулты рып, ҡоролмаларҙы әҙерләп ҡуябыҙ. Һәр саҡ тулы әҙерлектә торабыҙ. Беҙ янғын һүндереү генә түгел, ғәҙәттән тыш хәл дәрҙе бөтөрөүҙә һәм юл-транспорт һәләкәттәрендә ҡотҡарыу ярҙам машиналары менән бер лектә юл-транспорт һәләкәт тәрендә зыян күреүселәрҙе лә ҡотҡарырға сығабыҙ. Машина лар ҙа ҡыҫылған кешеләрҙе сығарыу өсөн махсус аппараты быҙ бар. Райондан тыш, Өфө, Архангел, Ауырғазы, Ғафури ра йондарына ла ғәҙәттән тыш хәлдәр, хәүеф-хәтәр килеп сыҡ һа, ярҙамға барабыҙ, - тип һөйләне Рөстәм Наил улы.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙ мә те өсөн РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү, граждан лыҡ эштәре буйынса министрлығы бойороғо менән «Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығы хәлдәренә - XXV йыл», «Совет янғын һағына - 100 йыл» һәм башҡа иҫтәлекле миҙалдар ме нән бүләкләнә. Рөстәм Зарипов гәзит уҡыу сыларға янғын һүндереүсе була раҡ үҙ-үҙҙәрен һаҡлау сарала рын күреү буйынса кәңәштәр ҙә бирҙе. Өйҙө, ҡаралтыларҙы тикшереп торорға, электр ҡо ролмаларын дөрөҫ файҙаланы рға - бер розеткаға күп йыһаз тоташтырыуға, электр сымда рын һуҙыуға яуаплы ҡарарға; мунсаны артыҡ ҡыҙҙырмаҫҡа; балалар шырпы менән уйна маһын өсөн аңлатырға кәрәк, тине. Рөстәм Наил улының тор мошонда, әлбиттә, иң мөһиме – ғаилә. Әлиә Альберт ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләйҙәр. Артабан да ғаиләһе уға ышаныслы тыл булһын. Барлыҡ янғын һүндереүселәргә үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған еңел булмаған эштәрендә уңыштар, имен-һау булыуҙарын теләйбеҙ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.