

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан ойошторолған Бөтә Рәсәй акцияһы “Ата-әсәләрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө” быйыл унынсы тапҡыр уҙғарыла. Был акцияның төп маҡсаты – сығарылыш класс уҡыусыларының ата-әсәләренә, шулай уҡ йәмәғәтселек вәкилдәренә БДИ үткәреү процесының мөмкин тиклем ғәҙел һәм асыҡ булыуын күрһәтеү. Шулай уҡ акция имтихандар үткәреү үҙенсәлектәре тураһында хәбәрҙар булыу кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.
631-се пунктта БДИ тапшырыу ысын имтихан тапшырыу шарттары буйынса үткәрелде. Бында ҡатнашыусыларҙы теркәү, имтиханды үткәреү пунктына металл эҙләгес аша үтеү, бланктар сығарыу һәм контроль-үлсәү материалдарын аудитория алдында асыу, бланк тултырыу һәм рус теленән тест эштәрен үтәү ҡаралғайны. Сарала ҡатнашыусылар рус теле буйынса уҡыусыларға БДИ ваҡытында тәҡдим ителәсәк эштәргә оҡшаш заданиеларҙы үтәне, әммә был ғәҙәти 3 сәғәт 30 минутҡа түгел, ә ҡыҫҡартылған 30 минутҡа иҫәпләнгәйне. Шулай ҙа ул төрлө типтағы заданиелар менән танышыу мөмкинлеген бирҙе.
- Уҡыусылар имтихан тапшырған саҡта шарттар тағы ла етдиерәк буласаҡ. Быйыл 170 уҡыусы БДИ тапшырасаҡ. Имтиханға паспорт, ручкалар, һыу һәм шоколадтан башҡа бер нимә лә индерергә ярамай, - тип сәләмләне район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев акцияла ҡатнашыусыларҙы һәм БДИ тапшырыу ҡағиҙәләре менән ентекле таныштырҙы.
Артабан ата-әсәләр һәм район мәктәптәре етәкселәре бик етди ҡиәфәттә рус теле буйынса имтихан эштәренә тотондолар. Ярты сәғәт буйы улар үҙҙәренең балаларының һәм уҡыусыларының урынында булдылар, тулҡынландырғыс мәлдәр кисерҙеләр.
- Үҙем филолог булғас, әлбиттә, ҡыйын булманы. Бөгөн был акцияға минең менән бергә беҙҙең мәктәптең сығарылыш класы уҡыусыһының атаәсәһе Дәүләтбаевтар килде. Уларҙың ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Шуға күрә ата-әсә БДИ тапшырыуға етди ҡарай һәм уның бар нескәлектәрен белергә теләй. Имтихан тапшырыуҙың бер ҡатмарлығы юҡ. Уҡыусылар бер нисә тапҡыр алдан һынау имтихандарын биреп ҡарайҙар, барлыҡ процедураларҙы беләләр һәм үҙҙәрен тыныс тоталар. Бөгөн ата-әсәләр ҙә быны үҙ иңдәрендә татыны һәм имтихандың мөһимлегенә төшөндө. Алдан ныҡлап әҙерләнһәң, имтихандың бер ҡурҡынысы ла юҡ. Беҙҙең мәктәптә һигеҙ уҡыусы БДИ тапшырасаҡ. Уларҙың барыһы ла уңышлы тапшырыр, тип ышанабыҙ, - тип билдәләне Һәүәләй мәктәбе директоры Наталья Әхмәтова.
- Эштәр ауыр түгел, ныҡлы әҙерлек булһа, имтиханды яҡшы билдәләргә тапшырырға мөмкин. Тест эше минең өсөн бик еңел тойолдо. Беҙҙең балалар ныҡ аҡыллы, улар булдырасаҡ. Минең мәктәпте тамамлағанға күп кенә йылдар үткән, шуға күрә ҡайһы бер ҡағиҙәләр онотолған, әлбиттә. Шулай ҙа бирешмәнем, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Эльвина Саҙретдинованың әсәһе Әлфиә Саҙретдинова.
Барлыҡ сығарылыш класы уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтихандарында уңыштар юлдаш булһын!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.