Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар , 09:26

Балетҡа ғашиҡ булдым

Район мәҙәниәт һарайында миңә бөтә донъяға билдәле булған һәм әкиәт тылсымы менән үрелгән “Щелкунчик” балетын ҡарау һәм был тылсымлы ваҡиғаның бер өлөшө булыу, классик балеттың гүзәллегенән ләззәт алыу мөмкинлеге тейҙе.

Балетҡа ғашиҡ булдым
Балетҡа ғашиҡ булдым

Оят булһа ла әйтәйем, хәҙер инде олпат йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, ошоға тиклем балетты тик телевизор аша ғына ҡарағаным бар ине. Сәхнәләге ысын балетты тәүгә күреүем һәм, беләһегеҙме, был сәнғәт төрөнә ғашиҡ булдым. Мин генә түгел, минең эргәмдә ултырған башҡа тамашасылар ҙа, барлыҡ таныштарым да балеттың күңелдәренә хуш килеүҙәрен белдерҙе.

Петр Ильич Чайковский ижад иткән “Щелкунчик” исемле онотолмаҫ әҫәр барлыҡ тамашасыларҙы иң ҡыйыу хыялдарҙы тормошҡа ашырырлыҡ мөғжизә һәм фантазия донъяһына сумдыра. Балет күптән инде ысын классикаға әйләнгән һәм төрлө йәштәге тамашасылар өсөн яратҡан әҫәр булып ҡала.

Был көндө сәхнәлә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары сығыш яһаны. Улар араһында яҡташтарыбыҙ – Ҡырмыҫҡалы районынан сыҡҡан студенттар – Данил Йосопов, Самир Ишкинин һәм Айҙар Сәйетҡолов булыуы уға тағы ла мәртәбә өҫтәне, ғорурлыҡ хистәре уятты. Балет оҫталары тамашасыларға грация һәм матурлыҡ менән тулы онотолмаҫлыҡ мәлдәр бүләк итте. Шул тиклем ныҡ матур костюмдар, йәмле декорациялар үҙенсәлекле һәм тылсымлы атмосфера булдырҙы.

Ғәҙәттә, беҙҙең халыҡ опера һәм балет кеүек театрҙарға йөрөй һалып бармай. Унда барып нимә аңлайым, тип әйтеүселәр ҙә күп.

Профессиональ сәнғәтте аңлар өсөн бер ниндәй ҙә махсус белем кәрәкмәй икән. Бары тик уны бар күңелең менән тойорға ғына кәрәк. Мин быға үҙем инандым. Балет сәнғәте – артистарҙан юғары һөнәри кимәл талап иткән ауыр хеҙмәт ул. Профессиональ музыка донъяһына күпер булып торған, халыҡта юғары сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙы йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған был сараға килгәнем өсөн ҡыуанып бөтә алмайым.

Эльвира ХӘЛИМОВА.

Үрге Төкөн ауылы.

Автор:
Читайте нас