Сысҡан йылында тыуғандар (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020) өсөн был йыл эйәрһеҙ сабыу кеүек буласаҡ. Тормош тиҙләшә, Ат алға бара, һәм һеҙ, Сысҡан, йә уның арҡаһына һикерерһегеҙ, йә туҙанда ҡалырһығыҙ. Әммә ҡурҡмағыҙ: был хаоста системаны алдап була. Бөтәһе лә ҡысҡырып, флагтар болғап йөрөгән арала, һеҙ шым ғына хәрәкәттәр һанайһығыҙ һәм еңәһегеҙ. Был маневрҙар, хәйләкәрлек һәм һалҡын ҡанлы иҫәпләү йылы. Ат уты һеҙҙә дәрт уята, әммә драйвты аҡылһыҙлыҡ менән бутамағыҙ. Һеҙҙең супер көсөгөҙ – ваҡытында юғалып тороп, һуңынан идеаль план менән килеп сығыу.
Үгеҙ йылында тыуғандар (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009, 2021), был йыл һеҙҙең тотороҡлолоғоғоҙҙо тикшерә, әммә яңы масштабтар бирә. Ат уты “ҡасан булһа ла” тигән уйығыҙҙы “хәҙер үк” тигән хәрәкәткә этәрәсәк. Һеҙ энергия тулҡынын тояһығыҙ һәм ғәҙәттәгенән тиҙерәк хәрәкәт итергә теләйһегеҙ. Иң мөһиме – хәрәкәтте ябай йүгереү менән бутамағыҙ. Һеҙҙең көсөгөҙ тотороҡлолоҡта, ашыҡмауҙа. Был йыл ярыш түгел, ә матур финишлы марафон.
Юлбарыҫ йылында тыуғандар (1926, 1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010, 2022), был йылда һеҙ, әйтерһең дә, мәжбүри паузанан һуң кире уйынға ҡайтаһығыҙ. Юпитер һәм йыл Уты хәрәкәткә этәрә: үҙгәртергә, тәүәкәлләргә, мөмкин булғандан күберәк алырға. Һеҙ яңынан ышаныс табаһығыҙ, ә Ғаләм – һеҙҙең шоуҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтәсәк. Эйе, эҫе буласаҡ. Эйе, урыны менән сиккә етәсәк. Әммә тап ошондай йылдарҙа легендалар тыуа.
Ҡуян йылында тыуғандар (1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011, 2023) өсөн 2026 йылға Йондоҙнамә конфронтация тураһында түгел, ә адаптация тураһында. Һеҙ Ат менән бергә йүгермәйһегеҙ – һеҙ ҡаршылыҡтарҙы күркәм генә урап үтеп, ситкә һикерәһегеҙ. Юпитер һәм Венера һеҙгә йомшаҡ ҡына харизма бирә: хатта ут ялҡынында ла һеҙ һалҡын аҡыл һәм йылы йөрәк һаҡлаясаҡһығыҙ. Был – мөмкинлектәр йылы, әгәр ҙә һеҙ башҡаларҙың ығы-зығыһына бирешмәһәгеҙ. Һеҙҙең уңышығыҙ көсөгөҙҙә түгел, ә һығылмалылығыҙҙа.
Аждаһа йылында тыуғандар (1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012, 2024) өсөн Ат йылы Йондоҙнамәлә иң көслөләрҙең береһе тип әйтелә. Был ике стихияның берләшмәһе: ялҡын һәм күк йөҙө. Әгәр һеҙ был ағымды эйәрләйһегеҙ икән, хыялдарығыҙҙан да юғарыраҡ күтәрелә алаһығыҙ. Әммә ғорурлыҡ тигән нимә лә бар. Ат үҙенә командалыҡ итеүҙе яратмай. Бойороҡтар менән түгел, ә харизма менән эш итергә тура киләсәк. Был йыл диктаторҙарҙы түгел, ә лидерҙарҙы бүләкләй.
Йылан йылында тыуғандар (1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013, 2025) өсөн 2026 йылда Йондоҙнамә уның күп кенә тышҡы үҙгәрештәр килтерәсәген әйтә, әммә һеҙ күҙәтеүсе түгел, һеҙ стратег. Ат импульсивлыҡ тыуҙыра, әммә Йылан хаосты анализ сәнғәтенә әйләндерә. Башҡаларҙың нимә аша үткәнен күрәһегеҙ, ҡурҡыныс килерен алдан һиҙәһегеҙ һәм тап шуның өсөн еңеп сығаһығыҙ. Был һеҙҙең сәхнә артындағы еңеүҙәр йылы: шау-шыуһыҙ, әммә һөҙөмтә менән.
Ат йылында тыуғандар (1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014, 2026) өсөн 2026 йылғы Йондоҙнамә – ул һеҙҙең шәхси яңырыу осоро. Бар тормош, ниһайәт, һеҙҙең темпта хәрәкәт итә. Һеҙ энергияның ҡан тамырҙарында ҡайнап тороуын тояһығыҙ, идеялар бер-бер артлы атылып тиерлек сыға, ә Ғаләм: “Әйҙәгеҙ, барыһына ла күрһәтегеҙ” - тип шыбырлай кеүек. Һеҙ башҡаларҙы илһамландыраһығыҙ, иғтибарҙы йәлеп итәһегеҙ һәм тенденциялар тыуҙыраһығыҙ. Әммә яуаплылыҡ та хәҙер квадратта: 2026 йылда башлаған эшегеҙ киләһе йылдарҙы билдәләйәсәк.
Һарыҡ (кәзә) йылында тыуғандар (1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015) өсөн 2026 йылға Йондоҙнамә тыйнаҡлыҡ артында йәшеренергә ваҡыт түгеллеген әйтә. Һеҙҙең зауығығыҙ, талантығыҙ, һиҙгерлегегеҙ һәм кешеләрҙе берләштереү һәләте һеҙҙең валютағыҙға әйләнәсәк. Ат импульс бирәсәк: “уңайлы зонанан сыҡ, һин әҙер”. Был йылды һеҙ, ниһайәт, үҙ-үҙегеҙгә бер ниндәй ҙә ҡағиҙәләр ҡуймайынса ышана башлаясаҡһығыҙ һәм был бөтә нәмәне үҙгәртә: эш, мөхәббәт, аҡса, дуҫтар. Иң мөһиме – шау-шыуҙы тыңламау: һеҙҙең магияғыҙ тынлыҡта эшләй.
Маймыл йылында тыуғандар (1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016) өсөн 2026 йылғы Йондоҙнамә был һеҙҙең һығылмалылыҡ һәм тапҡырлыҡ йылығыҙ тип әйтә. Ат тиҙлек өҫтәһә, ә һеҙ логика һәм интуиция өҫтәйһегеҙ. Һеҙ башҡалар сыға алмаҫлыҡ “тупик” юлдарҙы күрә беләһегеҙ, һәм был талантығыҙ һеҙгә отошло буласаҡ. Иң мөһиме – үҙ “гений- ”ыңды артыҡ баһаламау: көлгән саҡта еңерһегеҙ, әммә иҫбатлай башлаһағыҙ юғалтырһығыҙ. Еңел планлаштырығыҙ, тиҙ эш итегеҙ һәм Ғаләм ярҙамға килер.
Әтәс йылында тыуғандар (1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017) өсөн 2026 йылда Йондоҙнамә ат тиҙлекте арттырасаҡ, ә һеҙ система төҙөйәсәкһегеҙ тип әйтә. Ат һуҡырҙарса йөрөһә, һеҙ маршрутты күрәһегеҙ. Бергәләп һеҙ дәрт һәм структураның идеаль балансын булдыраһығыҙ. Был йыл – хаосты стратегияға, илһамды – бизнесҡа, харизманы – абруйға әйләндереү мөмкинлеге. Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ – дисциплина, теүәллек һәм мәлендә дөрөҫ тойомлау дивидендтар килтерер, әгәр һығылмалылыҡ тураһында онотмаһағыҙ.
Эт йылында тыуғандар (1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018) өсөн 2026 йылдағы Йондоҙнамә билдәләүенсә, Ат менән Эт рух буйынса союздаштар: икеһе лә намыҫлы, тоғро һәм төҙ. Йыл уты һеҙгә энергия һәм тәүәккәллек менән бүләкләй, әммә баланс талап итә. Хәҙер бөтәһенә лә аңлатырға һәм ҡотҡарырға ваҡыт түгел – төҙөргә ваҡыт. Кем һәм нимә өсөн көс һалырға икәнде һайлағыҙ һәм шул саҡта һеҙ тормоштоң нисек еңелерәк, ә үҙегеҙ көслөрәк булыуын тойорһоғоҙ.
Сусҡа йылында тыуғандар (1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019) өсөн 2026 йылғы Йондоҙнамә тормош фон булыуҙан туҡтап, мажараға әйләнгән йыл тип атай. Ат алға, үҙгәрештәргә, яңы кешеләргә, пульс йышыраҡ типкән проекттарға саҡыра. Һеҙгә еңел буласаҡ – һеҙ ағым ыңғайында була беләһегеҙ, ә хәҙер был ағым тап һеҙҙең өсөн генә барлыҡҡа килгән. Әммә иң мөһимен иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бөтә ялтырап торған нәмә һәр ваҡыт һеҙҙеке түгел. Аҡыл һәм интуиция бер-береһенә яҡын барырға тейеш. Әгәр ҙә ваҡытында туҡтатырға өйрәнһәгеҙ, джекпот оторһоғоҙ.