

Һәр ваҡыттағыса, махсус хәрби операция яугирҙәрен, уларҙың ғаилә ағзаларын ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап бирер өсөн осрашыуға райондың төрлө өлкәлә эшләгән белгестәре йыйылды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева сараны асып, иң тәүҙә был осрашыуҙың маҡсаттары менән таныштырҙы.
- Бөгөнгө осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ярҙам саралары тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Бында республика һәм район белгестәренең һәр береһе һеҙгә үҙҙәренә ҡағылышлы һорауҙар буйынса аңлатыу эше алып барыр. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы һәр кем әңгәмә барышында йәки һуңынан шәхсән рәүештә бирә ала, - тине ул.
- Бындай осрашыуҙар һәр ауыл Советында үтә. Һәм ул бик кәрәкле. Бөгөн барлыҡ белгестәр һеҙгә бөтә төр ярҙам саралары тураһында тулы мәғлүмәт бирәсәк, - тине үҙенең сығышында район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илдар Латипов.
Артабан торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу секторы етәксеһе Эльвина Бакирова, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Ҡырмыҫҡалы районы филиалының социаль координаторы Ғәлиә Бикбаева, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм шулай уҡ социаль фонд, күп функциялы үҙәк, “Ғаилә” хеҙмәте, мәшғүллек үҙәге, район үҙәк дауаханаһы һәм башҡа учреждениелар вәкилдәре бер-бер артлы үҙ өлкәһенә ҡағылған һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе.
Сараның икенсе өлөшөндә ҡунаҡтарға Сахай ауыл Советы таланттары үҙҙәренең моңло ла, һағышлы ла йырҙарын бүләк иттеләр. Ә был ваҡытта йәмле табын артында иһә барыһы ла тәмле ризыҡтар һәм сәй менән һыйланды.
Йәнле аралашыуға ҡоролған осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәренең барлыҡ һорауҙарына яуап алып, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән таралышты.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы