Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Октябрь 2025, 04:42

Маҡтаулы исем бирелде

Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллинға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Республика Башлығы Радий Хәбиров Азамат Муса улына был лайыҡлы билдәне һәм танытманы тапшырҙы.

Маҡтаулы исем бирелдеМаҡтаулы исем бирелде
Маҡтаулы исем бирелде

Азамат Ғәйфуллин Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһында 2018 йылдан алып эшләй. Уның урындағы үҙидара органдарында, шул иҫәптән район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләү буйынса ҙур тәжрибәһе бар. Азамат Муса улы төп һөнәре буйынса география уҡытыусыһы. Салауат музыка училищеһында ла белем алған яҡташыбыҙ ижади яҡтан да һәләтле. Уның баянда уйнауы һәм йырлауы күптәрҙе һоҡландыра. Шулай уҡ үҙе йырҙар ҙа ижад итә.

Ауыл биләмәһе тотороҡло үҫеш юлында бара. Иҫке Бәпес һәм Ҡарлыманбашта фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мәсеттәр асылды, 17 йәмәғәт ҡоҙоғо булдырылды, Иҫке Бәпес ауылы тураһында китап донъя күрҙе, бөтә ерҙә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла, ирекмәндәр штабы әүҙем эшләй.

Азамат Муса улы оҫта ойоштороусы булараҡ халыҡтың абруйын ҡаҙанған һәм улар менән берлектә иң ҡыйыу идеяларҙы тормошҡа ашыра.

Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ! Районыбыҙ мәнфәғәте өсөн артабан да уңыштар, дәрт-илһам һәм яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын!

Автор:
Читайте нас