

Был өлкәлә Башҡортостандың иң ҙур предприятиеларының береһе булған «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек компанияла эшләү айырыуса перспективалы. Хәҙерге замандың хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгесе кем ул? Әйҙәгеҙ, тик махсус кейемгә талондар биреү эшен генә башҡарыусы күңелһеҙ инструктор тураһындағы стереотиптан ситләшәйек. Бөгөн ул – универсаль инженер, стратег һәм психолог. Уның бурысы – предприятиела һәр хеҙмәткәр, водитель, оператор йәки инженер һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайынса мөмкин тиклем һөҙөмтәле эшләй алырлыҡ мөхит булдырыу. Ул техниканы һәм ҡануниәтте белә, кешеләр менән яҡшы эшләй, һанлы мониторинг системаларын индерә һәм уҡытыу үткәрә. Был предприятиеның төп хәүефһеҙлек үҙәге. «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡырмыҫҡалы магистраль газ үткәргестәрҙең линиялы производство идаралығының хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт һәм производство хәүефһеҙлеге буйынса әйҙәүсе белгесе Наил Яҡшыбаев һүҙҙәренсә, сәнәғәт һәм производство хәүефһеҙлеге хеҙмәтен һаҡлау – ул айырым хәүефһеҙлек мәҙәниәте. «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур әһәмиәт бирә. Бында һеҙҙе тыңлаясаҡтар, тәҡдимдәрегеҙ индереләсәк, ә һеҙҙең эшегеҙ туранан-тура хеҙмәттәштәрегеҙҙең тормошона һәм һаулығына йоғонто яһаясаҡ. Минең менән килешегеҙ, сөнки ҙур дөйөм эш менән үҙ әһәмиәтен һәм ҡатнашлығын тойоу – ул ҡиммәтле. Наил Мирсаяф улы 1987 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Ямал геологоразведка быраулау эштәре экспедицияһына быраулау ҡоролмаһы дизелисы вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Нефть һәм газ өлкәһендә ғәйәт ҙур тәжрибә туплап, 2002 йылда тыуған районына ҡайта һәм Ҡырмыҫҡалы магистраль газ үткәргестәрҙең линиялы производство идаралығында хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт һәм производство хәүефһеҙлеге хеҙмәтенә эшкә урынлаша. Әлеге ваҡытта был хеҙмәттең әйҙәүсе белгесе вазифаһында. Уның ике улы ла атаһының юлын дауам итеп, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай һәм һөнәрҙәре буйынса Себер тарафтарында эшләй. Шулай уҡ өлкән улы Илнар Яҡшыбаев – техник фәндәр кандидаты, доцент, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта. Өйләнгән, тормош иптәше менән дүрт йәшлек улдары Илдарҙы тәрбиәләйҙәр. - Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ҡырмыҫҡалы магистраль газ үткәргестәрҙең линиялы производство идаралығы коллективы һәм үҙемдең исемдән хеҙмәттәштәремде дөйөм һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым! Беҙҙең кеүек газсылар өсөн был календарҙағы дата ғына түгел. Үҙебеҙҙең ҙур һәм мөһим эшкә ҡатнашлығыбыҙҙы был көндө айырыуса нығыраҡ тоябыҙ. Һәр беребеҙ, ҙур механизмдағы бер винт кеүек. Беҙ зәңгәр яғыулыҡтың миллионлаған кешенең өйҙәренә өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ үтеп инеүе, уларҙың өйҙәрендә һәр саҡ йылылыҡ һәм уңайлылыҡ булыуы өсөн яуаплыбыҙ. Объекттарҙа яуаплы дежур булыу, трассаларҙы планлы урап үтеү, ҡатмарлы ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм эшләтеп ебәреүҙән генә тормай эшебеҙ. Беҙҙең эш ғәйәт ҙур яуаплылыҡ талап итә. Халыҡты газ менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығы, матур төбәгебеҙҙең экологияһы һәм, иң мөһиме, татыу коллективыбыҙҙың һәр ағзаһының ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплылыҡ беҙҙең өҫтә. Юғары пробалы кешеләргә, һәр осраҡта таяна алырлыҡ һөнәр оҫталарына – хеҙмәттәштәремә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Яуаплылыҡ, тоғролоҡ һәм оҫталыҡ традицияларына нигеҙ һалыусы ветерандарға ла рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, оптимизм һәм рух күтәренкелеге теләйем! Эш урындарығыҙҙа һәр ваҡыт тәртип һәм хәүефһеҙлек, ә ғаиләләрегеҙҙә тыныслыҡ, именлек һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ хөкөм һөрһөн. Хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланһын! – тигән теләктәрен белдерә үҙ һөнәренең оҫтаһы.
Андрей ЯНТУРАЕВ