

– Яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн ваҡытында һәм аңлайышлы мәғлүмәттең булыуы мөһимлеген аңлайбыҙ. Шуға күрә төбәк Дәүләт хеҙмәттәре порталында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡағылышлы донъяуи хәлдәргә арналған махсус бүлектәр урынлаштырҙыҡ. Бүлектәрҙә дәүләт тарафынан бирелгән бөтә ярҙам саралары, льготалар һәм хеҙмәттәр тураһында ентекле мәғлүмәт бирелгән. Бөтәһе 58 донъяуи хәл урынлаштырылған, улар тематикаһы буйынса алты бүлеккә берләштерелгән, – тип хәбәр итте Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Яңы сервисты булдырыусылар уның ҡулланыусыларға аңлайышлы булыуын һәм кем үҙ һорауҙарына яуапты еңел таба алыуын иҫәптә тотоп эшләгән. Ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн был бүлек Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталының төп битендә урынлаштырылған. Һәр бүлексәлә тейешле льготалар исемлеген генә түгел, уларҙы алыу буйынса ентекле инструкцияларҙы ла табырға мөмкин: кәрәкле документтар исемлеге, яуаплы ойошмаларҙың контакт мәғлүмәттәре һәм башҡа белешмә мәғлүмәттәр бар.
Бынан тыш, бүлектә МХО ҡатнашыусылары өсөн кире бәйләнеш формаһы урынлаштырылған, уны үтеү электрон сервистарҙы яҡшыртырға һәм үҫтерергә ярҙам итәсәк.
Белеүебеҙсә, яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла башланы.
Фото: pravitelstvorb.ru