Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Сентябрь 2025, 08:16

Ғаилә бәхете – бергә булыуҙа

Ауылдар үҙҙәренең кешеләре менән дан тота. Бишауыл-Уңғар ауылында ғүмер кисереүсе Зөһрә һәм Рәлиф Искәндәровтар ҙа һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе.

Ғаилә бәхете – бергә булыуҙаҒаилә бәхете – бергә булыуҙа
Ғаилә бәхете – бергә булыуҙа

Искәндәровтар йәшәгән урамға килеп ингәс, бында булдыҡлы кешеләр йәшәүен күрһәтеп, ҡорған донъялары, төҙөгән өй-ҡаралтылары әллә ҡайҙан уҡ балҡып, үҙенә тартып тора. Был пар тормош ҡәҙерен белеп, йәшәү мәғәнәһен аңлап, етеш тормошта йәшәй. Ике йәш йөрәк бер ауылдыҡы булһалар ҙа, бер-береһен бик белмәгән була. Сөнки йәш айырмалары бер тирә түгел. Колхозда йөк машинаһында шофер булып эшләгән егет күрше Һәүәләй ауылына эшкә китеп барған ҡыҙҙы юл ыңғайы туҡтап ултырта. Һөйләшеп, танышып китәләр. Егет Күмертау педагогия училищеһын тамамлап, Һәүәләй балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөгән һылыу, тыйнаҡ ҡыҙҙы оҡшата. Күпмелер ваҡыт дуҫлашып йөрөгәндән һуң, матур ғаилә барлыҡҡа килә. Йәш пар тыуған ауылдарында төпләнә, бәхет эҙләп ситкә сығып китеү бер ҙә уйҙарында булмай. Бәләкәйҙән йорт, хужалыҡ эштәрендә ата-әсәгә булышып, эшләп үҫкән кешеләр өсөн ауыл тормошо ауыр булмай, ең һыҙғанып донъя көтөп китәләр. Уның йәмен дә тоя һәм күрә беләләр. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы ике улдары – Рәиф һәм Заһир донъяға килә. Ғүмер йылдары ағым һыуҙай, һиҙҙермәй генә аға ла аға. Был ваҡытҡа 32 йыл да үтеп киткән. Улар күптән ейән һәм ейәнсәргә ҡартатай һәм нәнәй инде. Ошо йылдар эсендә ниндәй генә юлдар аша үтелмәгән. Яҙмыш елдәре уларҙы төрлөсә һынап ҡарай. Шулай ҙа татыулыҡ, бер-береңде тыңлау, аңлау ғаиләне бәхетле итә. Рәлиф Риян улы ғүмер буйы төрлө урындарҙа – колхозда, Себерҙә, Өфөлә, Сахай - Өфө, Ҡырмыҫҡалы - Өфө һәм ҡала-ара автобустарында водитель булып күңелен биреп эшләй. Киләһе йылдың апрелендә ярты быуат була икән ошо һөнәрҙә эшләүенә. Бер ҙә тик торорға күнекмәгән, шуға хаҡлы ялда булһа ла, йәштән үҙләштергән һөнәре буйынса эшен дауам итә. Әйткәндәй, уның атаһы ла үҙен ауыл тормошона бағышлап, ғүмер буйы шофер була, биш улы ла ошо һөнәргә эйә булып, уның юлын дауам итә. Искәндәровтар яҡындары менән йылы мөнәсәбәттә булыуы менән дә һоҡландыра. Ир ҡатынына иғтибарын йәлләмәй, байрамдарға сәскәләр гөлләмәһе бүләк итергә ярата. Йәйҙәрен ялан сәскәләре йыйып алып ҡайтһа, хәләленең тыуған көнөндә һәм һигеҙенсе март байрамында һатыу сәскәләре менән ҡыуандыра. Татыулыҡ, уртаҡ тел таба белеү, ярҙамсыллыҡ ғаилә нигеҙен тәшкил итә. Уларҙың ғаиләһе ауылдарында йәшәгән ата-әсәләре менән бик татыу булалар, өлкәндәр кәңәштәрен биреп, бер-береһенең ярҙамын тойоп ғүмер кисерәләр. Хәҙер иһә үҙҙәре улы һәм килене менән яҡшы мөнәсәбәттә, үҙҙәре үҫеп килеүсе быуынға өлгө. Шулай уҡ туғандары менән дуҫ-татыу булып, ярҙамлашып йәшәйҙәр. Ағас эшен, бура бурауҙы ла атаһынан өйрәнеп ҡалып, һеңлеләренә булыша. - Рәиф улыбыҙҙың ғаиләһе менән 10 йыл бергә йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, киленебеҙҙән уңдыҡ. Гөлфиәне үҙ ҡыҙыбыҙ кеүек күреп яратабыҙ. Ейәнсәребеҙ Гөлсөмгә - 9, ейәнебеҙ Ризуанға 4 йәш. Улыбыҙ махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк мобилизация буйынса хәрби зонала. Йорт һалдыҡ, тик сығып өлгөрмәнеләр. Әле бер-беребеҙгә терәк булып киленебеҙ һәм ейән-ейәнсәребеҙ менән бергә йәшәйбеҙ, - тине улар.

Искәндәровтар ысын хеҙмәт кешеләре. Күпләп мал аҫрап, уға бесәнен әҙерләп йәшәйҙәр. “Үҙең әҙерләгән сифатлы ризыҡҡа етәме ни?! Бесәнде ҡул менән сабырға яратам, шулай үләндең сәскәләре лә һаҡлана. Әҙер булғас, үҙебеҙҙең йөк машинаһына тейәп алып ҡайтам”, - ти ир. Тырышҡас, өҫтәлдәре мул, үҙҙәре етештергән ризыҡтан һығылып тора. Килгән һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, сәй эсереп сығара хужабикә. - Ҡатыным менән бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек. Матур, етеш йәшәргә теләһәң, тырышырға кәрәк. Һәр эште лә бергәләп хәл итәбеҙ, - ти ғаилә башлығы. - Байлыҡ артынан ҡыумай, үҙебеҙҙең тырышлыҡ менән донъя көттөк. Бар булырға кәрәк, тик артығы кәрәкмәй. Иң мөһиме, ерҙә тыныслыҡ урынлашып, улыбыҙ һәм башҡа яугирҙәр иҫән-имен ҡайтып, күңелдәребеҙ тыныс булһын ине, - тип уның һүҙҙәренә ҡушылды Зөһрә Фирғәт ҡыҙы. Искәндәровтар үҙҙәре бында булһа ла, күңелдәре ҡәҙерле улҡайҙары янында. Былтыр Рәиф хеҙмәт иткән ерҙә машинаһына алмаш частар кәрәк булғас, бер туғанының улы менән уларҙы һуғыш яланына алып бара. Ауылдаштары, райондаштар йыйған кәрәк-яраҡты ла илтеп тапшыралар. Унда улы менән осрашып-күрешеп тә ҡайта. Ә быйыл, ҡышын, бер эштән дә ҡурҡып тормаған баҙнатлы ир малайы йөрөткән машина шартлағас, үҙ аҡсаларына “Нива” машинаһы һатып алырға ҡарар итә. Уны Рәиф үҙе ҡайтып, төҙөкләндереп алып китә. Күркәм ғаиләнең сере берҙәмлектә, бер-берен хөрмәт итеүҙә. Киләсәктә лә уларға бәхет, һаулыҡ һәм донъялар тынысланып, күңелдәренә тыныслыҡ килеүен теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА. Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас