

Ҡырмыҫҡалы районында Ҡырмыҫҡалы – Түбәнге Төкөн юлында ремонтланған күпер сафҡа инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Ремонт эштәре «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектына (национальный проект «Инфраструктура для жизни») ярашлы башҡарылған.
Оҙонлоғо 23 метрлыҡ күпер Александровка ауылында урынлашҡан. Унда инженер конструкциялары, асфальт тулыһынса яңыртылған һәм ҡоймалар ҡуйылған. Яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү дауам итә.
– Александровкала 200-гә яҡын кеше йәшәй. Был күпер халыҡҡа Мырҙа – Яңы Петровка – Ҡамышлы – Александровка юлына сығыуҙы тәьмин итә. Шулай уҡ улар Ҡамышлы ауыл биләмәһе үҙәгенә, район үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылына һәм электричкалар туҡталышын үтәгән Төкөн тимер юл станцияһына барып етә ала. Хәҙер күпер аша йөрөү юлсылар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – ҡала-ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ, юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт урындарын һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уларҙы яңыртыу, йәмәғәт транспортын уңайлы итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башкортостан 24” телеканалынан.