Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Сентябрь 2025, 07:01

Малды бөтә кешегә лә бирергә ярамай, тиҙәр...

Ҡул китә, тип әйтәләрме һеҙҙә?    

Малды бөтә кешегә лә бирергә ярамай, тиҙәр...Малды бөтә кешегә лә бирергә ярамай, тиҙәр...
Малды бөтә кешегә лә бирергә ярамай, тиҙәр...

Ауылда йәшәгән бер танышым электән күпләп ҡаҙ үрсетте. Кешенең бәпкәләре сыҡмағанда ла ул апайҙың ихатаһы тулып бәпкәләр йөрөнө. Әллә ҡаҙҙары шулай үрсемле булды, әллә үҙенең ҡулы килеште, сыҡҡан бәпкәләре береһе лә тиерлек үлмәне. Йыл һайын ауылдаштарын саҡырып ҙур итеп ҡаҙ өмәһе уҙғарҙы.

Ҡаҙҙары ҡапыл бөттө уның. Сәбәбен танышым  ошолай аңлатты.

– Ауылдың икенсе осонда йәшәгән бер әбей, “Алмашайыҡ әле инә ҡаҙҙарҙы, бәлки, миндә лә матурлап үҫеп китерҙәр. Әллә ниңә уңдыра алмайым бит. Йомортҡанан сыға баралар, шәбәйеп кенә китһәләр, бер сәбәпһеҙ үлә лә ҡуялар”, тип ҡат-ҡат үтенгәс, оло кешенең һүҙен йыҡмайым, тип кенә инә ҡаҙымды уға бирҙем. Үҙемдең күңелем ятмағайны инде был ғәмәлгә. Ул әбейҙең ҡаҙы әллә сирле булды, бер-ике аҙнанан үлеп тә ҡуйҙы. Шул йылды үҙемдең бәпкәләрем дә ни өсөндөр күпләп ҡырылды. Икенсе йылда ла аҙ сыҡтылар. Улары ла бик мандый алманы. Ҡаты ҡуллы кешегә ҡаҙымды биреп, ҡулым китте, – тип әрнеп һөйләне танышым.

Кемдеңдер оло малы мандый алмай. Һыйыры бер сәбәпһеҙ йә ятып үлә, йә сирләй, йә юғала. Мал-тыуар ҙа бөтәһен дә ҡабул итмәй икән, тип уйлап ҡуйҙым.  

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас