+24 °С
Ямғыр


2 сентябрҙә Кушнаренко районында, Р-240 автомобиль юлының 80-се километрында (М-12 трассаһы эргәһендә) фажиғәле авария булған. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Тойота Камри” водителе боролорға туҡтаған “Лада Калина” менән бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Лада Калина” автомобиле водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. “Тойота Камри”лағы өс кеше табиптар ҡарамағына эләккән.
Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреләсәк.
Фото: bash_gibdd