

Ибраһим ауылында әллә ҡайҙан уҡ иғтибарҙы йәлеп иткән күркәм бер йорт бар. Иңгә-иң терәп ғүмер итеүҙәренең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләүсе, ауылдаштарының оло ихтирамына һәм хөрмәтенә лайыҡ булған Ғәлиевтар ғаиләһе тап бына ошо йортта йәшәй ҙә инде. Флүзә һәм Рәмил Ғәлиевтар – ауылдаштар улар. Рәмил Рауил улы тыуған ауылы Ибраһимда һәм күрше Бишауыл-Уңғар, Һәүәләй мәктәптәрендә уҡып, 8-се класты тамамлағас, Өфөләге 50-се һөнәрселек училищеһында слесарь һөнәрен үҙләштерә. Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан егет киске художество мәктәбендә лә белем ала. Йәш белгес “Синтезспирт” заводына эшкә урынлаша. Һүрәт төшөрөү буйынса һәләтен белеп ҡалған етәкселәр уны ошо йүнәлештәге төрлө эшкә ҡуша башлайҙар. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, ул үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашыра һәм Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Дүртенсе курста уҡып йөрөгән саҡта үҙенең ауылдашы, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында ситтән тороп белем алған, тыуған ауылында һауынсы булып эшләгән Флүзә тигән сибәр ҡыҙ менән бер нисә йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Йәш ғаилә алыҫ Себер тарафтарына юллана. Унда Рәмил Рауил улы төрлө ерҙәрҙә рәссам-биҙәүсе хеҙмәтен үтәһә, Флүзә Ғиндәлиф ҡыҙы ашнаҡсы булып эшләй. Бер нисә йыл эшләгәндән һуң ике балалы ғаилә кире тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә һәм ер участкаһы алып, йорт һала башлайҙар. - Балалар бәләкәйерәк саҡта ауылға ҡайтып төпләнәйек. Улар ҙурайғас, беҙ үҙебеҙ күсеп ҡайтһаҡ та, балалар өйрәнгән урындарында тороп ҡалырҙар, тигән фекергә килдек тә, ауылға ҡайтып төпләнергә ниәтләнек, - ти Ғәлиевтар үҙҙәренең был ҡарары тураһында. Ибраһим ауылына күсеп ҡайтҡас, Рәмил Рауил улы мәктәптә рәсем һәм черчение дәрестәрен уҡыта башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамларға ла өлгөрә. Флүзә Ғиндәлиф ҡыҙы мәктәптә ашнаҡсы эшен башҡара. Әйткәндәй, Рәмил Ғәлиевты ағас оҫтаһы булараҡ районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Ул ағастан эшләгән һындар күп йылдар район үҙәгендәге майҙанды биҙәне, уның ҡул эштәре төрлө күргәҙмә-конкурстарҙа еңеү яулай. Үҙҙәренең йортон да Рәмил ағай семәрләп, матур итеп эшләгән. Ғәлиевтар бер ҡыҙ һәм улға ғүмер биреп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтергәндәр. Уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Айгөл Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнә. Булат улдары Башҡорт дәүләт университетының философиясоциология факультетында белем алған, “Киске Өфө” гәзитендә фотохәбәрсе булып эшләй. Бөгөн Флүзә һәм Рәмил Ғәлиевтар йән киҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүҙәре менән бәхетле. Үрҙә әйтеп үткәнемсә, Ғәлиевтарҙың йорттары әллә ҡайҙан уҡ күҙҙең яуын алып тора. Уларҙың ихаталарында ла бөхтәлек, тәртип хакимлыҡ итә, баҡсалары гөл-сәскәгә күмелгән, йәшелсә-емеше ишелеп уңған. Ә был иһә хужабикәнең дә эшһөйәр булыуы тураһында һөйләй. Ике уңған бергә тура килгәнгә, тормош йөгөн бергә тартҡанға, уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул. Әлбиттә, 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк. - Бергә тормош көткән осорҙа төрлө саҡтар була. Асыуланышып киткән ваҡыттар ҙа булғылай. Иң мөһиме, бер-береңде хөрмәт итергә һәм сабыр булырға кәрәк, шул саҡта ғына матур итеп донъя көтөргә була. Шөкөр, тормош иптәшемдең бер ниндәй насар ғәҙәттәре булманы. Яҡшы ир, балаларыбыҙға хәстәрлекле атай була белде, - ти хужабикә. - 50 йыл ғүмер күҙ асып йомған арала үтте лә китте. Эшкә лә йөрөнөк, донъяны һәм балаларҙы ҡарарға ла ваҡыт таптыҡ. Күпләп мал-тыуар аҫраныҡ, баҡса ултырттыҡ. Балаларыбыҙ ҙур ярҙамсыларыбыҙ булды. Эйе, төрлө саҡтар булды, әммә бер-беребеҙгә хөрмәт һәм ихтирам менән ҡараныҡ, бер-беребеҙҙең эшенә иғтибарлы булдыҡ, аңлау менән ҡабул иттек, - тип өҫтәне ғаилә башлығы. Ғәлиевтар намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Ҡасандыр тап ошонда ҡанат нығытҡан ҡошсоҡтары осоп киткәс, хәҙер икәү генә оло һәм яҡты йортта донъя көтә. Хаҡлы ялда булһа ла, тик ултырмай улар, ауылда үткән төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерәләр, мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған Ғәлиевтарҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә үтһен, балаларының изгелектәрен күреп, именлектә-сәләмәтлектә оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.