Даирә
+21 °С
Облачно
Новости
3 Августа 2025, 08:59

Урманды законһыҙ ҡырҡыу нисек кәмегән?

Урман хужалығы министры урынбаҫары әйтеүенсә...

Урманды законһыҙ ҡырҡыу нисек кәмегән?Урманды законһыҙ ҡырҡыу нисек кәмегән?
Урманды законһыҙ ҡырҡыу нисек кәмегән?

Башҡортостанда урманды законһыҙ ҡырҡыу буйынса көрәш дауам итә: үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, быйыл ул 17 процентҡа кәмегән, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

Был йүнәлештәге эш “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсатына ярашлы башҡарыла.

2025 йыл башынан “ҡара урман киҫеүселәр” законһыҙ рәүештә 1740 кубометр самаһы ағас әҙерләгән, 78 осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыу күләме кәмеүен тармаҡты һаҡлауға йүнәтелгән саралар комплексына бәйләй.

- Дистанцияла космос мониторингы - “ҡара урман ҡырҡыусылар” менән көрәштә һөҙөмтәле ҡорал. Мониторинг зонаһын планлы рәүештә киңәйтәбеҙ. Бөгөн урман фонды биләмәһенең 94 проценты даими күҙәтеү аҫтында. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был эш 2018 йылда 360 гектар ерҙән башланғайны. Башҡортостандың урман инспекторҙары эшмәкәрлеген матди-техник йәһәттән хәстәрләү ҙә законһыҙ ағас ҡырҡыу күләмен кәметеүгә йоғонто яһай. 2019 йылдан ошо маҡсатҡа 157 миллион һум тирәһе аҡса бүленде. Был иһә 500-ҙән ашыу берәмек техника һәм ҡорамал алырға булышлыҡ итте, – тине министр урынбаҫары.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас