Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
3 Август 2025, 09:01

Октябрьский ҡалаһында ниндәй үҙгәреш бара?

Хакимиәт башлығы Алексей Пальчинский әйтеүенсә...

Октябрьский ҡалаһында ниндәй үҙгәреш бара?Октябрьский ҡалаһында ниндәй үҙгәреш бара?
Октябрьский ҡалаһында ниндәй үҙгәреш бара?

Октябрьский ҡалаһында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса өс йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә: “Нефтсе” паркы, “Еңеү” паркы һәм Клинов урамындағы сквер.

“Нефтсе” паркында ял зоналары булған яңы заманса киңлек булдырыласаҡ. Әле бында тротуар юлдары һалына, бордюр таштары ҡуйыла. Проектҡа ярашлы, бөтә биләмәне йәшелләндереү, шыршылар, декоратив ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу ҡарала. Төндә биләмә яҡтыртыласаҡ, видеокүҙәтеү камералары эшләйәсәк.

“Еңеү” паркын үҙгәртеп ҡороу тамамланыу алдында. Бында яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары ҡуйылған. Подрядсы әле объекттарҙы “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына тоташтырыу мәсьәләһе менән шөғөлләнә.

Клинов урамындағы скверҙа терәк стенаһын төҙөү тамамлана. Тротуарға таш һалыу бара. Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский әйтеүенсә, эш сифатын һәм эштәрҙе үтәү срогын контролләү даими дауам итә.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Инфраструктура для жизни”) торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе алмаштырыуҙы бурыс итеп ҡуя. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты киң ҡоласлы, ул 12 федераль проектты үҙ эсенә алған. Һис һүҙһеҙ, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эш өҙлөкһөҙ дауам итәсәк: 30 меңдән ашыу йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла һәм бәләкәй ҡалаларҙың еңеү яулаған 1600 проекты ла был эштә ҡатнашасаҡ.

Билдәле булуылыуынса, яңыртылҡан милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йылдың 1 ғинуарынан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас