

Шайморатов рухлы егеттәрҙән ул
Махсус хәрби операцияла еңеүҙе яҡынайтыусы Рөстәм Ғибәҙуллин ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яғы Ҡырмыҫҡалыға ҡайтҡас, уның менән аралашыу форсаты тейҙе.
Ысын ир-егеттәргә хас булған аҙ һүҙле булыу, етдилек хас уға, әммә ҡараштарынан, булмышынан ихтыяр көсө, үҙ-үҙенә ышаныс һирпелеп тора.
Рөстәм Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалын тамамлағандан һуң, игеҙәк һыңары Руслан менән бергә Көньяҡ Сахалинда һалдат һурпаһын эсә. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә тыуған илдең тыныслығын һаҡларға барыусылар исемлегенә эләккәс, был саҡырыуҙы ирҙәрсә тыныс ҡабул итә.
Әлеге ваҡтта ул Днепр йылғаһы буйында Һарытау полкында беренсе ярҙам күрһәтеү подразделениеһында хеҙмәт итә.
“Беҙҙе барыу менән тактик медицинаның ялан курстарына уҡыттылар, һәр хәрби хеҙмәткәр беренсе ярҙам күрһәтеү нескәлектәренә өйрәнде.
Тәүге ваҡытта яралыларҙы бәйләү, процедуралар кабинеттары бинала урынлашҡан ине. Һуңынан уларҙы хәүефһеҙ булһын өсөн окоптарға күсерҙек. Минең бурысым - яугирҙәрҙең яраларын бәйләү, жгут һалыу, дарыу биреү. Кәрәк саҡта система ла ҡуйырға тура килә, ауыр хәлдәгеләрен госпиталгә оҙатабыҙ. Ауыр хәлдәгеләрҙе яҡында урынлашҡан госпиталдәргә лә оҙатып барырға тура килә, еңелсә яраланғандар иһә аяҡҡа баҫҡансы беҙҙә дауалана”, - ти яугир.
Егет әле алтынсы тапҡыр ялға ҡайтҡан. Ял көндәрен әсәһе, туғандары менән бергә үткәрергә тырыша, район үҙәгендәге ер биләмәһендә төҙөлөш эштәре менән булырға ла өлгөрә. Оҙаҡламай уға ҡабат юлға ҡуҙғалырға ваҡыт етә. “Ялға ҡайтҡан арала иптәш егеттәрҙе һағындыра ла башлай. Хәрби хеҙмәт ныҡ берләштерә, ысын дуҫлыҡтың нисек булыуын бында тағы ла нығыраҡ аңланым. Ғөмүмән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡанда тормоштоң мәғәнәһе икенсе яҡтан асылды”, - ти Рөстәм.
Ә беҙ уға юлдарында хызыр Ильяс юлдаш булып, имен-аман еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.