Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
31 Июль 2025, 10:39

Яңы Барятинды яңырталар

Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарҙарына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Яңы Барятинды яңырталарЯңы Барятинды яңырталар
Яңы Барятинды яңырталар

1 сентябргә Стәрлетамаҡ районының Яңы Барятин ауылындағы скверҙы төҙөкләндерергә тейештәр. Уны “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле яҡшырталар, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Йәмәғәт биләмәһе ауылда 2019 йылда емерелгән мәктәп биләмәһендә барлыҡҡа килгән. Буш урында һуҡмаҡтарға асфальт түшәгәндәр, эскәмйәләр һәм тимерҙән декоратив ҡоймалар ҡуйғандар, ағастар һәм сәскә ултыртҡандар. Бынан тыш, унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтарыбыҙға һәйкәл ҡуйылған.

 Быйыл скверҙы матурлайҙар. 1,5 гектар майҙанлы биләмәлә заманса уйын һәм спорт комплекстары барлыҡҡа  килә. Фото төшөү өсөн урын булдырыласаҡ. Бөгөн төҙөүселәр биләмәне тигеҙләй, балалар майҙансығы өсөн урынды төҙөкләндерә.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты – ауылдарҙың компленкслы үҫеше. Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарҙарына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: БР Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас