Новости
31 Июля 2025, 10:42

Ике ауылда юғары тиҙлекле бәйләнеш булдырылған

«Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы» милли проекты — Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025–2030 йылдарҙа Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла торған 19 милли проекттың береһе.

Башҡортостандың Оло Ыҡтамаҡ һәм Шаҡарлы ауылдарында база элемтә станциялары төҙөлгән. Был “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”)  бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр итә республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан.

– Беҙ республикала инфраструктурабыҙҙы әүҙем үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, өҫтәмә телекоммуникация ҡорамалдарын эшләтеп ебәрәбеҙ һәм төбәктә 4G селтәрен киңәйтәбеҙ. Атап әйткәндә, күптән түгел Башҡортостандың төпкөл райондарында ике элемтә станцияһы — Балаҡатай һәм Мәсетле — эфирға сығарылды. Шулай итеп, унда урынлашҡан ауылдар халҡына, шулай уҡ урындағы шифаханаларға ял итергә килгән туристарға юғары тиҙлекле селтәргә һәм уның мөмкинлектәренә инеү мөмкинлеге бирелде, — ти «Билайн» компанияһының Өфө филиалы директоры Максим Тюрихин.

Быға тиклем был ауылдарҙа элемтә булманы. Хәҙер бында йәшәүселәр "Дәүләт хеҙмәте" кеүек һанлы хеҙмәттәр менән файҙалана, яҡындары менән социаль селтәрҙәрҙә аралаша ала.

"Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы" милли проекты иҡтисади һәм социаль тармаҡтарҙы һанлаштырыуға, шулай уҡ технологик суверенитетҡа һәм лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән.Яңы һанлы сервистар рәсәйҙәрҙең тормошон еңеләйтә һәм уңайлыраҡ итә, ә кибермутлашыуҙарға ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. IT-белгестәр әүҙем әҙерләнә, квант технологиялары, яһалма интеллект үҫешә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

«Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы» милли проекты — Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025–2030 йылдарҙа Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла торған 19 милли проекттың береһе.

Фото: “Башинформ”

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас