Даирә
+21 °С
Облачно
Новости
9 Июля 2025, 07:00

Ағас ултыртыуҙа ла алдынғыбыҙ

“Хәтер баҡсаһы” акцияһы төбәктә йәнле үтте

Ағас ултыртыуҙа ла алдынғыбыҙАғас ултыртыуҙа ла алдынғыбыҙ
Ағас ултыртыуҙа ла алдынғыбыҙ

“Хәтер баҡсаһы” халыҡ -ара акцияһында ҡатнашыу буйынса республикабыҙ лидерҙар иҫәбенә инде. Был акция “Экологик именлек” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

Экологик -илһөйәрлек проектына ҙур өлөш индергән актив төбәктәр тураһында Рәсәйҙең Урман хужалығы етәксеһе Иван Советников белдерҙе.  Ултыртылған ағастар һаны буйынса ла Башҡортостан тәүге унау иҫәбенә ингән. “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ярашлы 2 миллион тирәһе үҫенте ултыртылған.

“Хәтер баҡсаһы” акцияһының алтынсы миҙгелендә ил буйынса барлығы 30 миллион төп ағас ултыртылған. Улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәр яугир иҫтәлегенә арнала. Республикала акция сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан  бер нисә геоглиф барлыҡҡа килгән. Күпселек республикала ҡарағай, шыршы, акация, ҡайын, имән, кедр һәм башҡа ағастар ултыртылған.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас