

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай.
«Урман» позывнойлы яугир ҙә шундайҙарҙан. Ул Баймаҡ район хакимиәтендә эшләгән. Күптән түгел яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр итә.
"Был беҙҙең тәүге осрашыуыбыҙ түгел. "Урман" позывнойлы яугир ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайтҡан. Уның менән аралашҡан ваҡытта фронт хәлдәрен, хәрби хеҙмәттәге тормош хаҡында һөйләштек.
Яугир һалдаттар исеменән беҙ күрһәткән гуманитар ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе. Ул яугирҙәрҙең тылдың ярҙамын тойоуын һәм ҡәҙерен белеүен, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдереүен билдәләне.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр менән телефон аша бәйләнеш тоторға тырышам, уларҙы тыңларға, мөмкин булһа ярҙам итергә һәр саҡ әҙермен. Ни тиһәң дә, улар, беҙҙең яугирҙәребеҙ, Тыуған илебеҙҙе, тыныслығыбыҙ һағында тора, ә беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – берҙәм булыу.
Тағы бер-беребеҙҙе күреп, бергәләп эшләрбеҙ тип ышанғы килә. "Урман"ға ғаиләһе, дуҫтары менән матур ял итеүен теләйем. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!"- тип яҙған Азамат Сәфәрғәле улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Эш хаҡын иҫәпкә алғанда, беренсе йылда түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итә.
Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Фото: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-06-17/urman-yal-a-ayt-an-4278581