Даирә
+21 °С
Облачно
Новости
26 Июня 2025, 04:50

Байғужаның батыр егете бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған

“Әсәй, мин барырға тейешмен, башҡа төрлө булыуы мөмкин түгел”, – ти Йәмил. Атаһына ла: “Юлыма арҡыры төшмә инде. Илде беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар”, – тип өҙөп әйтеп ҡуя. 

Байғужаның батыр егете бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланғанБайғужаның батыр егете бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған
Байғужаның батыр егете бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған

Йәмил, күпселек иптәштәре кеүек, бала саҡтан хәрби тормошҡа ҡыҙығып үҫә. “Әрменән ҡайтҡан ағайҙар хәрби кейемдә ауыл буйлап үтһә,  күҙем ҡыҙып ҡарап ҡала инем”, – ти ул. Шуға күрә һалдат шинеле кейеүенә бер йыл тигәндә, контракт төҙөп, 2019 – 2022 йылдарҙа Әстрхан өлкәһендә хәрби хеҙмәттә була. Килешеүе тамамланып, тыуған төйәгенә – Ишембай районының Байғужа ауылына ҡайтыуына махсус хәрби операция башланып китә.

 “Илде беҙ һаҡламаһаҡ...”

Кисәге хәрби Йәмил Яҡупов ил ошондай ҡатмарлы хәлдә ҡалған мәлдә тыныс ҡына ята алмай һәм яңынан контракт төҙөү тураһында уйлана башлай. Был ҡарарын бер туған апайҙарынан башҡа бер кемгә лә әйтмәй, әсәһе менән атаһын ваҡытынан алда борсорға теләмәй. Шулай итеп, 2022 йылдың июнендә Байғужаның ҡыйыу егете МХО яугире булып китә.

– Күңел аҙыраҡ һиҙҙе инде, сөнки апаһы менән шыш-быш ҡына һөйләшәләр, әллә нисә тапҡыр Ишембайға барып ҡайтылар. Беҙгә әйтмәй генә йыйынып йөрөгән икән. Иртәгә юлға тигәндә генә хәбәр итте. “Әсәй, мин барырға тейешмен, башҡа төрлө булыуы мөмкин түгел”, – тине. Атаһына ла: “Юлыма арҡыры төшмә инде. Илде беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар”, – тип өҙөп әйтеп ҡуйҙы. Әлбиттә, бик ҡыйын булды, шулай ҙа үҙебеҙҙе ҡулға алып, фатиха биреп, улыбыҙҙы оҙатып ҡалдыҡ, – ти әсәһе Гөлнара Минулла ҡыҙы. 

Йәмил яңы ғына төҙөлгән генерал Шайморатов батальонына яҙыла. Ырымбур өлкәһендә ике ай самаһы хәрби әҙерлек үткәндән һуң ул водитель булып хеҙмәт итә башлай. Херсон йүнәлешендә булып, хәрби кәрәк-яраҡ, снарядтар ташыу бурысының ни тиклем яуаплы ла, хәүефле лә булыуын ундағылар үҙҙәре генә беләлер. Ошонда Ишембайҙың ҡыйыу егетенә старшина званиеһын бирәләр һәм тиҙҙән уны взвод командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, артабан Йәмил Яҡуповҡа, хәрби позывнойы менән әйткәндә – “Дикий”ға һигеҙ-туғыҙ ай дауамында өҙлөкһөҙ тигәндәй алғы һыҙыҡта булырға тура килә. 2024 йылдың ғинуарында яралана, әммә, бәхеткә күрә, был йәрәхәт артыҡ ҡурҡыныс булмай һәм ул тиҙ арала яңынан сафҡа баҫа. “Был яраланыуым тураһында атай-әсәйемә, туғандарыма әйтеп тә торманым, борсоғом килмәне”, – ти үҙе хәҙер.

Үлеп терелгән көн

2024 йылдың 3 июне Йәмил өсөн икенсегә тыуған көн, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Уларҙың блиндажына дошман снаряды килеп төшә. Взвод командиры: “Үлеме, тереме, ҡаҙып, кәүҙәләрен сығарығыҙ”, – тигән бурыс ҡуя. Емереклектәр аҫтынан сығарылған Йәмилдең иҫән ҡалыуы асыҡлана, иптәштәре шунда уҡ тәүге ярҙам күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, блиндаждағы иптәштәре һәләк була.

Иҫен юғалтҡан Ишембай егетенә ялан госпиталендә ашығыс операция эшләйҙәр һәм Луганскиға оҙаталар. Уның башы, үпкәләре яраланған, ҡан тамырҙары зыян күргән була.

– Луганскиға күсергән саҡта иҫемә килдем. Ҡулымдағы тамырҙан ҡан саптыра, миңә ярҙам күрһәтеү менән мәж киләләр ине. Шунан тағы иҫемде юғалтҡанмын. Артабан инде Луганскиҙа тағы операция яһанылар. Мине бағыу өсөн үҙе лә табибә булған бер туған апайым килеп, янымда булды, – тип ауыр хәтирәләрен яңыртты яугир.

Артабан ул Ростов, Мәскәү, Владивосток госпиталдәрендә оҙайлы дауаланыу үтә. Янына ике апаһы, ата-әсәһе, туғандары барып йөрөй. Тәүге осорҙа хатта ашай ҙа алмай, балалар өсөн тәғәйен иҙмәләр менән туҡландыралар. Сәләмәтлеге буйынса демобилизацияланғас, тыуған яғына ҡайта, әммә яралар әле лә тынғы бирмәй. Айырыуса һул ҡулы, башы һыҙлап йонсота. “Үҙебеҙҙең Өфөлә, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында операция яһағас, еңелерәк булып, ҡулымдың һыҙлауы баҫылып ҡалды”, – ти 26 йәшлек егет.

“Йәшен йәшнәүе лә һиҫкәндерә...”

Бөгөн Йәмил әкренләп тыныс тормошҡа өйрәнә. “Ярты йыл самаһы бигерәк ауыр булды, һуғыш төштәремә инеп һаташтыра ине. Әле лә йәшен йәшнәүе лә һиҫкәндерә, яуҙағы рефлекс шунда уҡ үҙен белдерә, үҙең дә һиҙмәҫтән, берәй ҡайҙа ҡапланып ятыу теләге барлыҡҡа килә...” – ти кисәге хәрби.

Бала саҡтан эшкә тилбер, егәрле егет тыныс тормошта ла юғалып ҡалмаған. Ишембайҙа фатир һатып алып, шунда төпләнгән. Тыуған ауылы Байғужа ҡалаға яҡын ғына булғанға күрә, башлыса, унда ла, бында ла йәшәй тигәндәй. Үҙ эше менән шөғөлләнеү өсөн ике трактор һатып алған, шулар ярҙамында халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтә.

Батыр яугирҙең күкрәген Суворов, Жуков, Шайморатов миҙалдары биҙәй, улар янында “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, II дәрәжә “Ҡаһарманлыҡ”, “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы” наградалары урын алған. Күп ир-егеттәр хәрби дуҫлыҡты иң нығы тип һанай, әгәр инде дуҫтар яу юлдарында һыналһа, бер туғандай яҡын кешегә әйләнәлер. Йәмил дә иптәштәре менән менән бәйләнеште өҙмәй, даими шылтыратышып, һөйләшеп торалар.

– Улымдың иҫән-имен ҡайтыуына Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡып бөтә алмайым. Ул яуҙа саҡта көнөм дә, төнөм дә уны уйлап үтте, Хоҙайҙан тыуған йортона, беҙҙең янға иҫән ҡайтыуын һорап ялбара инем. Ҡайғы-һағыштарымды кешегә белдермәҫкә тырыштым, үҙемде эш менән әүрәттем, төндә генә күҙ йәшенә ирек ҡуя инем. Былтыр яраланыр алдынан ғына үҙенә атап ҡорбан салдырғайныҡ. Ошо изге теләктәр менән башҡарған ғәмәлдәребеҙ, изге доғаларыбыҙ улыбыҙҙы һаҡлағандыр, тип уйлайбыҙ, – ти әсә.  

Йәмилдең төшөнкөлөккә бирелмәүе, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәүе һоҡландырҙы. Уның менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡороп, Байғужа ауылының Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа хәрби бәрелештәр яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында фото төшкән арала ла ауылдашы уның ҡасан бушарын белешә һалды. Ауыл ерендә техника ярҙамы һәр ваҡыт кәрәк. Һәр эшкә ҙур дәрт менән тотона кисәге яугир. Ауылдаштары ла уның хеҙмәтенән ҡәнәғәт. Байғужаның батыр егетенә ныҡлы һаулыҡ, үҙ тиңен табып, матур ғаилә ҡороуын, эштәренең һәр ваҡыт уң барыуын теләп хушлаштыҡ.

Автор фотоһы.  

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-06-19/bay-uzhany-batyr-egete-b-l-k-y-n-h-rbi-bulyr-a-hyyallan-an-4281452 

Автор:
Читайте нас