

Изге һөнәр эйәләре кеше өсөн иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ һағында тороу бурысын үҙ иңдәренә алған. Сәләмәтлек бәхет һәм тулы тормоштоң нигеҙе булып тора. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илдар Латипов һәм үҙәк район дауаханаһының баш табибы Феликс Сакаев изге һөнәр эйәләрен сәләмләп, һөнәри байрам уңайынан ихлас теләктәрен еткерҙе. Улар тантана сәбәпселәренә юғары һөнәри оҫталыҡтары, шәфҡәтлектәре, ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белеп, оҫта эш итеүҙәре, йоҡоһоҙ төндәре, ҡотҡарған ғүмерҙәре өсөн рәхмәттәрен әйтте. Илдар Рәүеф улы районда 106 табип, 236 кесе медицина персоналы һәм эшләү өсөн шарттар менән тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәр эшләүен билдәләп үтте. Был көндө кешеләрҙең һаулығы һағында торған аҡ халатлыларға дан йырланды. Байрам тантанаһын дауам итеп, бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә - аҡ халатлыларға һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә эштәренә тоғролоҡтары, фиҙаҡәрлектәре өсөн төрлө дәрәжәләге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм уларға ҡушып аҡсалата премиялар тапшырылды. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән балалар участка поликлиникаһының табип-педиатры Әнисә Нурғәлиева, Олокүл фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Фәниә Сабитова, Ҡабаҡ табиплыҡ амбулаторияһының дөйөм практика табибы Елена Ғәйнетдинова, медицина эшмәкәрлегенең сифат һәм эске контроль кабинеты мөдире, табип-терапевт Зөлфиә Исламова бүләкләнде. “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һағы отличнигы билдәһенә Прибельский табиплыҡ амбулаторияһы участка педиатры Гүзәлиә Латипова лайыҡ булһа, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән табип-хирург, медицина бүлеге буйынса баш табип урынбаҫары Руслан Сәйфетдинов бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙын поликлиниканың функциональ диагностика кабинетының шәфҡәт туташы Зөлфиә Зәйнуллина, поликлиниканың табип-психиатр кабинетының шәфҡәт туташы Әлмира Мөлөкова, терапевт бүлегенең шәфҡәт туташы Регина Мусина, ҡабул итеү бүлегенең шәфҡәт туташы Флүзә Сәхәүетдинова алды. Район хакимиәтенең һәм муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙына Прибельский табиплыҡ амбулаторияһының теш табибы Мария Таченкина, хирургия бүлегенең шәфҡәт туташы Рәзилә Бүләкова, административ-идара персоналының эш башҡарыусыһы Анастасия Пилюгина, Прибельский табиплыҡ амбулаторияһы хужалыҡ мөдире Шамил Латипов, педиатрия бүлегенең шәфҡәт туташы Альбина Абдуллина, административ-идара персоналының кадрҙар буйынса белгесе Алина Хисмәтуллина, нур диагностикаһы бүлегенең рентгенолаборанты Лиана Хөсәйенова, административ-идара персоналы һатып алыуҙар бүлеге белгесе Резеда Мортазина, муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатына поликлиниканың табип-эндоскопист кабинетының шәфҡәт туташы Рәйлә Сөләймәнова, поликлиниканың ультратауыш диагностикаһы табибы Гөлнара Харисова, йыйыштырыусы Рәмилә Сәлимгәрәева, поликлиниканың табип-терапевы, табип комиссияһы мөдире Әлиә Хафизова, регистратор Гүзәл Шәйхетдинова, Ефремкин ФАП-ы йыйыштырыусыһы Лариса Кудряшова, терапевт бүлеге йыйыштырыусыһы Гөлназ Ғәйнуллина, поликлиниканың табип-кардиолог кабинеты шәфҡәт туташы Айгөл Аҫылғужина, Һәүәләй табип амбулаторияһы фельдшеры Людмила Филимонова, нур диагностикаһы бүлеге регистраторы Айгөл Халиҡова, терапевт бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы, неврология бүлеге табип-неврологы Лилиә Яҡупова, ҡабул итеү бүлегенең йыйыштырыусыһы Гөлнара Юлмөхәмәтова, терапия бүлегенең табип-терапевы Айгөл Хәмитова, Римма Мөхәмәтйәнова, инфекция бүлексәһе табип-инфекционисы Линара Сәләхетдинова, Боҙаяҙ табиплыҡ амбулаторияһы водителе Хәбир Шәйхетдинов, Боҙаяҙ табиплыҡ амбулаторияһының хужалыҡ мөдире Рәсимә Рахманҡолова бүләкләнде. Медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡулдары дауалай, йөрәктәре һауығырға ярҙам итә. Улар – ғүмерҙәрҙе һаҡлаусы, сирҙәрҙе еңеләйтеүсе һәм йыуатыусы. Һөнәри оҫталыҡтары һәм йылы һүҙҙәре иң ауыр мәлдәрҙә лә сир менән көрәшергә һәм киләсәккә ышанырға көс табырға булышлыҡ итә. Көндәлек эштәре үҙе батырлыҡ! Байрам тантанаһында ҡатнашыусыларға концерт программаһы тәҡдим ителде. Был көндө яңғыраған йыр-моң, осҡон сәсеп торған бейеүҙәр йыйылыусыларға күтәренке кәйеф бүләк итте.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотолары.