Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
29 Май 2025, 07:45

Бишенсе осрашыу үтте

Районда “Ғаилә ҡунаҡханаһы” форматында ойошторолған осрашыуҙар үткәреү дауам итә. Бишенсе осрашыу Боҙаяҙ ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Унда Боҙаяҙ һәм Атйетәр ауыл советтарына ҡараған ауылдарҙа йәшәүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнашты.

Бишенсе осрашыу үттеБишенсе осрашыу үтте
Бишенсе осрашыу үтте

Һәр ваҡыттағыса сарала ҡатнашыусыларға райондың төрлө өлкәһендә хеҙмәт итеүсе белгестәр барлыҡ ярҙам саралары хаҡында тулы мәғлүмәт бирҙе. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге начальнигы Рушания Хәмәтғәлимова осрашыуҙың маҡсаты һәм тәртибе менән таныштырғас, һүҙҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илдар Латиповҡа бирҙе. Илдар Рәүеф улы сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләгәндән һуң район белгестәре һүҙ алды. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренең өлкәһенә ҡағылышлы ярҙам саралары, ҡайҙа килергә, кемгә мөрәжәғәт итергә икәнлеге тураһында тәфсирләп һөйләне. Был осрашыуҙа һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды һәм сара һуңында шәхси рәүештә мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә булды. Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Рөстәм Вәлитов үҙенең сығышында хәрби хеҙмәтттең мөһимлеге хаҡында бәйән итте һәм үҙ ғүмерен хәрби һөнәр менән бәйләргә теләүсе яҡташтарға кәңәштәрен еткерҙе. Сәй артында уҙған осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен борсоған утын мәсьәләһе, йорт биләмәһен төҙөкләндереү, финанс менән бәйле проблемалар һәм шулай уҡ сүп-сар өсөн түләү һорауҙары буйынса йәнле һөйләшеү уҙҙы. Һуңғы ваҡытта күптәрҙе борсоуға һалған мутлашыусылар менән бәйле проблема ла ситтә ҡалманы. Полиция вәкиленең был турала әсенеп һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн барыһын да һаҡ булырға саҡырҙы ул. Ошондай форматтағы файҙалы һөйләшеүҙәргә ҡоролған саралар киләсәктә лә дауам итәсәк. Киләһе осрашыу 20 июндә Яңы Ҡыйышҡы ауылы мәҙәниәт йортонда планлаштырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, районда “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының филиалы эшләп килә. Тап ошо фонд яугирҙәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын бәйләүсе звено булып торалар. Бында көн-төн тимәй хеҙмәт итеүсе социаль координаторҙар Ғәлиә Наил ҡыҙы Бикбаева менән Роза Венер ҡыҙы Кирилловаға 8-917-808-85-14 телефоны аша һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Бишенсе осрашыу үтте
Бишенсе осрашыу үтте
Автор:
Читайте нас