Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
26 Май 2025, 17:34

Тыныслыҡҡа тағы бер мөһим аҙым

Владимир Путин Киевҡа Истанбулда һөйләшеүҙәрҙе тергеҙеүҙе тәҡдим итә. 

Тыныслыҡҡа тағы бер мөһим аҙымТыныслыҡҡа тағы бер мөһим аҙым
Тыныслыҡҡа тағы бер мөһим аҙым

Рәсәй Украинаға 15 майҙа Истанбулда туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе тергеҙеүҙе тәҡдим итә. Был хаҡта кисә төндә журналистар менән осрашыуҙа дәүләт башлығы Владимир Путин белдерҙе.

"Шуға бәйле, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, Киев властарына 2022 йыл аҙағында өҙөлгән туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе, бер ниндәй ҙә алдан шарттар ҡуймайынса, тергеҙеүҙе тәҡдим итәбеҙ. Киләһе кесаҙна, 15 майҙа, Истанбулда, улар элек уҙғарылған һәм туҡтатылған урындарҙа оҙаҡҡа һуҙмайынса башларға тәҡдим итәбеҙ”, – тине Владимир Путин.

Кремлдә халыҡ-ара һөйләшеүҙәр серияһы йомғаҡтары буйынса Рәсәй лидеры иртәгә был мәсьәләне Эрдоган менән тикшерергә ниәтләнеүен белдерҙе. Рәсәй Украина менән етди һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер, мәғәнәһе — конфликттың тәүге сәбәптәрен бөтөрөүҙә. Президент Украина менән һөйләшеүҙәр барышында ут туҡтатыуға сығыу мөмкинлеген дә кире ҡаҡмай.

Фото: Телеграм. 

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2025-05-11/tynysly-a-ta-y-ber-m-im-a-ym-4229971 

Автор:
Читайте нас