

Өфөнән “Ay Yola” этномузыкаль төркөмө “Һомай” хиты менән донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында киң танылыу яуланы. Йыр менән бергә уның солисткаһы Адель Шәйхетдинова ла тиҙ арала киң популярлыҡ яуларға өлгөрҙө.
Миҙал ике яҡлы тигәндәй, танылыу менән бергә проблемалар ҙа барлыҡҡа килгән. Күптәр ҡыҙға хатта кейәүгә сығырға ла тәҡдим яһаған. "Танышырға, дуҫлашырға ла түгел, ә кейәүгә саҡырып яҙалар. Ни һаулыҡ һорашыу, сәләм биреү ҙә юҡ. Имеш, тот та уларға кейәүгә сыҡ... - тип белдергән Адель.
Ҡыҙҙың атаһы Руслан Шәйхетдинов менән Ринат Рамаҙанов Аделдең хәүефһеҙлеге өсөн борсола ла башлаған. Ҡыҙға ярҙам итеү кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Күптәр бар донъяла киң танылыу яулаған “Ay Yola” этномузыкаль төркөмө солисткаһының ысын фанаттарына әйләнгән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Ринат Рамаҙановҡа — “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, Адель менән Руслан Шәйхетдиновтарға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән лайыҡлы исемдәр бирелде.
Фото: телеграм
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-05-12/adelde-egett-r-ur-yt-an-4230226