

Екатеринбургтан өс ҡыҙ Таиландта ял иткәндә фажиғә була. Ҡайтыуҙарына бер нисә көн ҡалғас, 33 йәшлек Дарьяның хәле ҡапыл насарлана. Ул: “Минең йәшәгем килә!” - тип әйтергә генә өлгөрә. Шунан һуң Дарья аңын юғалта. Уны бик ауыр хәлдә дауаханаға алып баралар. Ҡыҙғаныс, әммә ҡыҙҙы ҡотҡара алмайҙар.
«КП-Екатеринбург» порталы хәбәр итеүҙәренсә, Дарья үҙ ҡалаһында туй фотографы булып эшләй. Ҡайтҡас, уның бер нисә заказы планлаштырылған була. Барлыҡ таныштары ла уны тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала.
Ҡыҙ аңын юғалтыр алдынан асыҡ итеп: “Минең йәшәгем килә!”- тип әйтергә генә өлгөрә. Ул ваҡытта уның хәле бик ауыр була. Дауаханала уның йөрәге ике тапҡыр туҡтауы тураһында әйтәләр.
Әлбиттә, турист агенстлығы Дарьяның дауаханала булған өсөн сығымдарын ҡапламай. Ҙур күләмдә бурыс йыйыла. Ашығыс рәүештә уның атаһы ла Таиландҡа осоп килә. Бер мәл ҡыҙҙың хәле яҡшырған кеүек тә була.
“Беҙ килдек, уның ҡан баҫымы 120/62 ине. Атаһы уның ҡулынан тотоп ҡарағас, ҡан баҫымы 156 /113-кә тиклем күтәрелде. "Даша, уянырға кәрәк!" тинек”, - тип һөйләгән әхирәте Ирина.
Табиптар ҡыҙҙың хәлен тотороҡландырыуға ирешә. Уның ҡанында инфекция табылған була, уны дауалайҙар. Шулай уҡ үпкәләренән шыйыҡса һурҙыртып алалар, йөрәк ритмы яйға һалына.
Ләкин шуның менән ыңғай үҙгәрештәр тамамлана. Табиптар Дарьяның өсөнсө стадиялағы тәрән комаға китеүен хәбәр итә.
23 апрелдә Дашаның йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Һуңғы ваҡытта Таиландҡа ял итергә барған Рәсәй туристары араһында фажиғәгә юлығып, һәләк булыу осраҡтары йышайҙы. Бындай хәлдәр йылы яҡтарға ял итергә барыусыларҙы бер аҙ уйландырһын ине.
Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-04-29/ular-r-va-yt-al-y-y-y-ta-4218853