

Алғы һыҙыҡҡа ебәргәндән һуң бер аҙҙан, мин - “300”-сө, тигәненә, унан баҡыйлыҡҡа күскән ҡәҙерле әсәкәйен ерләшергә лә ҡайта алмағаны өсөн йөрәк әрнене. “Былтыр яраланған аяҡ тағы ла ҡазаланды”, - ти әле реабилитация үткән “Урман” . Тәнендә генә 18 снаряд ярсығы йөрөтә ул, һауа торошо үҙгәргән һайын яралары әрнетә, һыҙландыра, әммә ул һыр бирә торған заттан түгел!
Себер тарафтарында эшләгән, тыуған яҡтың ялан-урманын арҡыры-буйға гиҙгән, махсус хәрби операцияла разведка отделениеһын етәкләгән “Урман” үҙенең эске тойомлауына ныҡ таяна. Яугир йәшәү шарттары, һалдаттар араһында команда рухы һәм дуҫлыҡ хаҡында һөйләне.
Разведкала хеҙмәт иткән батыр “Баймаҡ” ҡушаматлы яугир менән рәхәтләнеп башҡортса аралашҡандар. Тылдың гуманитар ярҙамын, хәстәрен тойоп торғандар. “Илебеҙ көслө, еңеү һис шикһеҙ беҙҙең яҡта буласаҡ. Быға иманым камил”, - ти Макеевка, Бахмут, Часов Яр тораҡ пункттарын алыуҙа ҡатнашҡан яугир.
Ял иткәндән һуң ошо арала тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ ҡаһарман яҡташыбыҙға батырлығы өсөн рәхмәт әйтеп, имен йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.
https://bashgazet.ru/news/geroy-ar-d-ere/2025-04-21/urman-t-nend-18-snaryad-yarsy-y-y-r-t-4206148