

Суд Бөрйән район дауаханаһының 65 һәм 37 йәшлек ике бухгалтерын ҙур суммала мутлашыуҙа ғәйепләй. Ялған документтар буйынса улар 30 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерергән.
Тәүҙә Белорет район-ара суды ҡатындарҙы өс йыл һынау срогы менән шартлы рәүештә 4 һәм 4,5 йылға иректәренән мәхрүм иткән була. Әммә прокуратура был ҡарар менән ризалашмай.
Башҡортостандың Юғары суды был эште ҡарап, прокуратура килтергән дәлилдәр менән килеште һәм ҡатындарҙы ысынлап дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрергә тигән ҡарар сығарҙы. Уларҙың береһе суд залында уҡ ҡулға алынды, икенсеһенең балаһына 14 йәш тулғансы яза кисектерелеп торолдо.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.