

Пасха байрамына арнап, Рәсәй менән Украина әсирҙәр менән алмашты. Был хаҡта Рәсәйҙең Оборона министрлығы хәбәр итте.
246х246 форматына өҫтәп, ашығыс медицина ярҙамына мохтаж булған беҙҙең 15 хәрбиҙе иреккә сығарғандарына яуап итеп, Рәсәй ҡаршы яҡтың 31 кешеһен ҡайтарған. Яугирҙәребеҙҙе тәүҙә Белоруссияла ҡаршы алғандар, уларға психологик һәм медицина ярҙамы күрһәтелгән, туғандары менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге бирелгән.
Иреккә сыҡҡандар араһында Башҡортостандан да 10 кеше ҡотҡарылған. Улар - төрлө йәштәге республика граждандары. 1977 һәм 1979 йылғы донъя күргән ирҙәр ҙә, 2000-2006 йылғы йәш кенә егеттәр ҙә бар.
Оборона министрлығы алмашыуҙы ойоштороуҙа мөһим аралашсы ролен Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре үтәүен һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Автор фотоһы.
https://bashgazet.ru/news/y-m-i-t/2025-04-25/bash-ortostandan-10-sir-aytyp-kil-4212088