Үҫмер сағынан уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмаған һөнәр – техникаға тартыла. Өмөтлө лә, һәләтле лә ҡыҙ күп уйлап тормай, шоферҙар әҙерләү курсына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Районда машинаға идара итеүсе тәүге гүзәл заттарҙың береһе була тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Ул ңҙ эшен бик яратып һәм тәүәккәл башҡара.
Элек юлдар бик насар була торғайны. Бик күп ир-аттар машина менән үтә алмаған урындарҙан да үҙенең оҫталығы һәм ҡыйыулығы арҡаһында еңел генә үтеп сыға ине.
Беҙҙең яҡта Мәмеш йылғаһы бар. Райондан ҡайҡанда уның текә яры аша үтергә тура килә. Ямғырҙан һуң юл бигерәк насар, бысраҡ, күп машиналар үтә алмай батып ултыра. Ул ваҡытта Нурия Хәсән ҡыҙы һөт ташый торған машинала эшләй, эргәһендә уҡытыусыһы Лидия апа ла була.
- “Ныҡ ултыр, апай”, - тип газға баҫты ла, күҙ асып йомғансы, йылғаның икенсе ярына алып сығып та еткерҙе, - тип хәтерләй ул.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән мәҡәлдәгесә, Нурия Хәсән ҡыҙы ла гел ир-аттар һөнәрҙәренә тартыла. Ситтән тороп зоотехниктар әҙерләү курсында белем алып, Иҫке Бәпес ауылының һөтсөлөк фермаһында зоотехник булып эшләй. Фермала эшләгән һауынсылар һәм малсылар менән туған һәм әхирәт булып бөтә.
Әлбиттә, Нурияның фиҙаҡәр хеҙмәте баһаланмайынса ҡалмай. Ул етәкләгән ферма районда беренселәр рәтендә булды. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ял йорттарына юлламалар менән бүләкләнә.
Иңендә ҙур эш тәжрибәһе ятҡан Нурия Иштуғанова егерме йылдан ашыу Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәтен етәкләй. Етәксе булып эшләгән дәүерҙә ул ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырышты. Иҫке Бәпес ауылы менән Яңы Бишауыл ауылдары араһында таш юл һалдырҙы, ауыл урамдарындағы бағааларға фонарҙар ҡуйҙырҙы.
Ниндәй йомош менән барһаң да, һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алып, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булды. Бөтә халыҡ унан ҡәнәғәт булып, рәхмәттәр әйтеп йәшәне.
Йәшлеге йәшнәп үтте,
Ҡартлығы килеп етте.
Нимә эшләйһең инде балалар,
Фәрештәләр мәңгелеккә үҙ яндарына алып китте.
Мәрүәр Ишморатова.
Яңы Бишауыл ауылы.