Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
24 Апрель 2025, 06:51

Республика Башлығы - беҙҙең районда. Балалар поликлиникаһына сәйәхәт ҡылды

Республика етәксеһе район дауаха­наһы эргәһендә былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы асылған бала­лар поликлиникаһына сәйәхәт ҡылды.

Республика Башлығы - беҙҙең районда. Балалар поликлиникаһына сәйәхәт ҡылдыРеспублика Башлығы - беҙҙең районда. Балалар поликлиникаһына сәйәхәт ҡылды
Республика Башлығы - беҙҙең районда. Балалар поликлиникаһына сәйәхәт ҡылды

Яңы медицина учреждениеһы сменаһы­на 600 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бында 10 меңдән ашыу бала тейешле медицина ярҙамы ала. Уларҙы участка педиатрҙары, балалар хирургы, стома­тологтар, эндоскопист, офтальмолог, оториноларинголог, акушер-гинеколог, шулай уҡ функциональ диагностика та­биптары ҡабул итә. Был дауалау учрежде­ниеһы проектын тормошҡа ашырыу 680 млн һумға төшһә, шуның 240 млн һумы­на заманса медицина ҡорамалдары һа­тып алына. Эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға һәм заманса медицина ҡо­рамалдары алыуға ярҙам иткәне өсөн ба­лалар поликлиникаһы табиптары Радий Фәрит улына рәхмәт әйтте. Үҙ сиратын­да республика етәксеһе йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләгән район хакимиәттәре башлыҡтарының урындағы медицина учреждениеларын профессиональ кадрҙар менән уңышлы тулыландырыуын, ошо юҫыҡтағы төрлө дәртләндереү сараларының һөҙөмтәле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас