

Балалар поликлиникаһына сәйәхәт ҡылды
Яңы медицина учреждениеһы сменаһына 600 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бында 10 меңдән ашыу бала тейешле медицина ярҙамы ала. Уларҙы участка педиатрҙары, балалар хирургы, стоматологтар, эндоскопист, офтальмолог, оториноларинголог, акушер-гинеколог, шулай уҡ функциональ диагностика табиптары ҡабул итә. Был дауалау учреждениеһы проектын тормошҡа ашырыу 680 млн һумға төшһә, шуның 240 млн һумына заманса медицина ҡорамалдары һатып алына. Эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға һәм заманса медицина ҡорамалдары алыуға ярҙам иткәне өсөн балалар поликлиникаһы табиптары Радий Фәрит улына рәхмәт әйтте. Үҙ сиратында республика етәксеһе йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләгән район хакимиәттәре башлыҡтарының урындағы медицина учреждениеларын профессиональ кадрҙар менән уңышлы тулыландырыуын, ошо юҫыҡтағы төрлө дәртләндереү сараларының һөҙөмтәле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.