

Осрашыуҙа район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның урынбаҫарҙары Гөлнара Иҫәнбаева, Илдар Латипов, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссары Рөстәм Вәлитов, район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Ғәлиә Бикбаева, Прибельский һәм Ҡамышлы ауыл Советтары ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары Наталья Суркова менән Илгиз Бикҡужин һәм шулай уҡ төрлө өлкәлә эшләүсе район белгестәре, полиция вәкилдәре ҡатнашты.
- Бындай форматтағы осрашыуҙар һәр бер ауыл Советы биләмәһендә уҙғарыла. Һеҙ бында үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған, борсоған һәр бер һорауығыҙға яуап таба алаһығыҙ. Ҡайһы бер проблемаларығыҙҙы шунда уҡ хәл итергә тырышасаҡбыҙ, ваҡыт талап ителә торғандарын яҙып алырбыҙ, -тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы Әлфир Фәрхәт улы.
Рөстәм Урал улы үҙ сиратында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары юғары хәрби уҡыу йортттарында белем алыу мөмкинлегенә эйә булыуы хаҡында һөйләне.
Артабан район белгестәренең һәр береһе үҙ өлкәһенә ҡағылған ярҙам саралары тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ хәҙерге көндә барыбыҙҙы ла ҙур борсоуға һалған мутлашыусыларға бәйле һорау ҙа күтәрелде. Банк карталарына эйә булған балаларға һәм ололарға сит номерҙан шылтыратыусыларҙың береһенә лә яуап бирмәҫкә кәңәш ителде. Бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына мутлашыусылар төрлө алдаҡ хәбәрҙәр менән шылтыратып йонсотоуҙары ла телгә алынды һәм барыһына ла һаҡ булырға, һәр мәғлүмәтте тәүҙә тикшерергә кәрәклеге хаҡында белдерелде.
Сығыштарҙан һуң сарала ҡатнашыусылар белгестәргә үҙҙәренең һорауҙарын биреп, тулы яуап алды, ә сәй табыны артында Прибельский мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре моңло йырҙарын бүләк итте.