Даирә
+24 °С
Дождь
Новости
24 Апреля 2025, 11:46

"Өфө" аэропорты кимәле буйынса илдә алдынғы урындарҙы һаҡлап ҡала

Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин «Өфө» халыҡ-ара аэропорты коллективына рәхмәт белдерҙе.

"Өфө" аэропорты кимәле буйынса илдә алдынғы урындарҙы һаҡлап ҡала"Өфө" аэропорты кимәле буйынса илдә алдынғы урындарҙы һаҡлап ҡала
"Өфө" аэропорты кимәле буйынса илдә алдынғы урындарҙы һаҡлап ҡала

Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропорты коллективына өлгәшкән уңыштары һәм профессиональ эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты пассажирҙар ағымы, шулай уҡ йыһазландырыу һәм инфраструктура кимәле буйынса илдең төбәк аэропорттары араһында алдынғы урындарҙы һаҡлап ҡала.

Авиагавань ике осоу-ултырыу һыҙатына һәм модернизацияланған аэродромға эйә, бөтә төрҙәге һауа судноларын ҡабул итә ала. Предприятие абруйлы Skytrax халыҡ-ара авиатранспорт агентлығы рейтингында дүрт йондоҙға эйә.

2023 йылда авиагавань эшенең төп күрһәткесе предприятие тарихында рекордлы була.

Өфө” аэропорты 4 794 786 пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Пассажирҙар ағымының юғары һөҙөмтәләре 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса ла һаҡланған. Маршрут селтәрендә 65 йүнәлеш иҫәпләнә, шул иҫәптән 40-тан ашыу Рәсәй Президентының төбәк үҙәктәрен тура осоштар менән тоташтырыу буйынса йөкләмәһен үтәү сиктәрендә Рәсәй ҡалаларына йүнәлештәр.

“Өфө” аэропорты терминалдары масштаблы яңыртыуҙан һуң пассажирҙарҙы һәм авиакомпанияларҙы хеҙмәтләндереүҙең донъя стандарттарына тап килә.

Аэровокзал комплексының дөйөм майҙаны 55 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәғәтенә 2 300 кеше үткәреү һәләте, телескопик баҫҡыстар ҡулланып,  «контактлы» туғыҙ сығыу урыны бар.

2024 йылда вокзал яны майҙанында эске һәм халыҡ-ара авиалиниялар терминалдарын берҙәм архитектура концепцияһына тоташтырыусы навес файҙаланыуға тапшырыла.

“Өфө” халыҡ-ара аэропортының төп һәм берҙән-бер акционеры –  Башҡортостан Республикаһы.

Предприятиены үҫтереү республика етәкселеге һәм төбәк Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың әүҙем ярҙамы менән дауам итә.

Хәҙер аэропортта 1,5 меңдән ашыу кеше эшләй, улар төп профессиональ эшмәкәрлегенән тыш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнә. Предприятие базаһында ирекле үҙәк булдырылған, хеҙмәткәрҙәр аҡса йыя, гуманитар йөк формалаштырыу өсөн маскировка селтәрҙәре, подшлемниктар, түшәк кәрәк-ярағы һәм башҡа әйберҙәр тегә.

Фото: www.airportufa.ru

Автор:
Читайте нас