Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Апрель 2025, 17:33

Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осрашты

Республика етәксеһе бизнес вәкилдәренә райондарҙағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә” әүҙемерәк ҡатнашырға, мәсьәләләрҙе йылдам хәл итергә һәм дәүләт ярҙамынан файҙаланырға тәҡдим итте.

Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осраштыРадий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осрашты
Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Малаяҙҙа Салауат һәм Ҡыйғы райондарының бизнес берләшмәһе менән осрашты. Республика етәксеһе эшҡыуарҙар менән фекер алышты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Үҙ сығышында ул һөҙөмтәле иҡтисад сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн бизнесмендар менән тура диалогтың мөһимлеген билдәләне.

– Беҙ эшҡыуарҙар менән бөтә республика буйынса осрашыуҙар үткәрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һөйләшеүҙәр рәсми рәүештә үтмәй. Бындай фекер алышыуҙың төп маҡсаты – һеҙҙең эштәрегеҙҙең нисек барыуын аңлау, власть органдары һәм муниципаль хакимиәттәр менән бәйләнештәрҙең нисек ҡоролоуын, дәүләт ярҙамының һөҙөмтәлелеген белеү. Һеҙҙе нимә тулҡынландырыуын һөйләүегеҙ мөһим, был беҙгә эшҡыуарлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа һеҙгә ярҙам итеү өсөн кәрәк.  

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙар буйынса фекер алышты. Бизнесмендарҙың береһе Салауат районындағы “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы биләмәһендә кафе асыу планы тураһында һөйләне һәм сауҙа объекты төҙөлөшө өсөн майҙанды ҡуртымға алыуҙа ярҙам һораны.

– Минең өсөн был проект бик мөһим. Һеҙгә ярҙам итергә тырышырбыҙ. Бында төҙөләсәк бөтә объекттарҙың сифатлы һәм комплекстың республика статусына ярашлы булырға тейешлеген аңларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Осрашыуҙа шулай уҡ Салауат районында агротуризмды үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Эшҡыуарҙарҙың береһе ҙур булмаған зоопарк ойоштороу идеяһы тураһында һөйләне һәм ауыл хужалығы әһәмиәтендәге ерҙәрҙе  капиталь объекттар төҙөү өсөн биләмәгә күсереү тәртибен ябайлаштырыу менән ҡыҙыҡһынды. Республика етәксеһе төбәктә эшҡыуарҙарға ер мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итергә тырышыуҙарын, эшләргә теләүселәр өсөн талаптарҙы  йомшартыуҙарын белдерҙе. Ул бизнес вәкилдәренә райондарҙағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә” әүҙемерәк ҡатнашырға, мәсьәләләрҙе йылдам хәл итергә һәм дәүләт ярҙамынан файҙаланырға тәҡдим итте.

Һорауҙар күп, шуларҙың береһе – урында етештерелгән продукттарҙы федераль сауҙа селтәрҙәренә сығарыу.

Ҡыйғы районы эшҡыуары картуф үҫтереү менән шөғөлләнә, уны ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн субсидиялар алыу мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан Башлығы вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа картуф үҫтереүсе төньяҡ-көнсығыш төбәк аграрийҙары менән кәңәшмә үткәрергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусы эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерҙе һәм әүҙем бизнесмендарға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2025-04-18/radiy-h-birov-esh-yuar-ar-men-n-osrashty-4204779

Автор:
Читайте нас