Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
10 Апрель 2025, 17:06

Уф, автомобилдән ҡалай өйөмө генә ҡалған

Водителдең хәленә килгәндә...    

Уф, автомобилдән ҡалай өйөмө генә ҡалғанУф, автомобилдән ҡалай өйөмө генә ҡалған
Уф, автомобилдән ҡалай өйөмө генә ҡалған

Ҡар яуып та өлгөрмәне, республика юлдарында авариялар башланды. Мәҫәлән, Благовещен районында, Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 66-сы километрында, көндөҙгө сәғәт 12-ләр тирәһендә көслө юл-транспорт ваҡиғаһы булған.

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 78 йәшлек водитель “ВАЗ-2107” автомобилендә Яңауыл яғынан Өфө йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә ҡаршы һыҙатына сыға һәм ундаға “Скания” йөк автомобиле менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2107” водителе төрлө йәрәхәттәр алып, дауаханаға оҙатылған. Авария буйынса тикшереү башланған.

Хәрмәтле дуҫтар, һауа торошона бәйле юлдарҙа йөрөү хәүефлегә әйләнде. Бындай шарттарҙа йәйге тәгәрмәстәр менән юлға сыҡмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: @bash_gibdd.

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
 
Уф, автомобилдән ҡалай өйөмө генә ҡалған
Уф, автомобилдән ҡалай өйөмө генә ҡалған
Автор:
Читайте нас