Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Апрель 2025, 17:23

"Бал ҡорто" операцияһы башланды

Сир таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн.    

"Бал ҡорто" операцияһы башланды"Бал ҡорто" операцияһы башланды
"Бал ҡорто" операцияһы башланды

10 апрелдә республикала “Бал ҡорто” операцияһы башланды. Ул 10 майға тиклем бара.

Сараға ярашлы, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Ветеринария буйынса дәүләт комитеты, “Россельхознадзор”, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы белгестәре бал ҡорттарын рөхсәтһеҙ ташығандарҙы асыҡлау маҡсатында рейдтар ойоштора. Маҡсат – ныҡлы контроль булдырып, бөжәктәр араһында сир таралыуға юл ҡуймау.

Рәсәйгә килтерелгән һәр партия “Россельхознадзор”ҙың аккредитацияланған лабораторияларында төрлө ауырыуҙарға тикшерелә. Әгәр анализдарҙа шикләнерлек урындар булмаһа, бал ҡорто пакеттарын ил биләмәһендә ирекле таратырға мөмкин.

– Сит илдәрҙән бал ҡорттарын контролһеҙ индереүгә ҡаршы саралар федераль һәм төбәк кимәлдәрендә алып барыла. Төп сәбәбе – ҡырҙан рөхсәтһеҙ ташылған бөжәктәр араһында яңы ауырыуҙар таралыуы. Һөҙөмтәлә популяцияларҙың сәләмәтлеге насарая, балдың сифаты төшөп, үҙенсәлектәре юғала, – ти Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин.

Фото: Ветеринария буйынса дәүләт комитеты.

Автор:
Читайте нас