Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Апрель 2025, 05:23

"Һомай"ҙың уңышы хаҡында Ринат Рамаҙанов менән әңгәмә

Башҡорт төркөмө “Әй Йола”ның “Һомай” композицияһы донъя кимәлендәге музыка чарттарын, планетабыҙҙың төрлө мөйөшөндә йәшәгән бүтән халыҡтарҙың күңелен яулауын, триумф менән алға барыуын дауам итә. “Һомай”ҙы башҡа милләт вәкилдәре ҡабатлап йырлай, клиптар төшөрә, глобаль селтәр буйлап тарата. “Шазам” донъя музыка чартында “Һомай” хатта тотош донъяға билдәле Леди Гаганың яңы хитын да уҙып китте!  Был уңышты Ринат Рамаҙанов нимә менән тиңләй? Әңгәмәне уҡығыҙ.

"Һомай"ҙың уңышы хаҡында Ринат Рамаҙанов менән әңгәмә"Һомай"ҙың уңышы хаҡында Ринат Рамаҙанов менән әңгәмә
"Һомай"ҙың уңышы хаҡында Ринат Рамаҙанов менән әңгәмә

Ринат РАМАҘАНОВ: “Һомай”ҙың уңышы – халҡыбыҙ рухиәтенең күтәрелеше"

Башҡорт телендә йырланған йырҙың ошондай кимәлгә етеп популярлашырын берәй ҡасан күҙ алдына килтерә инекме? Юҡ, әлбиттә! Был уңыш өсөн “Әй Йола” артистарына ҙур рәхмәт әйтергә, ғорурланырға, “Афарин!” тип хупларға һәм артабанғы ижад өлгөләренең дә уңышлы булырына өмөт тотоп, изге теләктәр юлларға ҡала.

Бер кемде лә битараф ҡалдырмаған проект тураһында һөйләүен һорап, “Әй Йола” триоһы вәкиле, бөтәбеҙгә лә “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе һәм солисы булараҡ билдәле Ринат РАМАҘАНОВҡа мөрәжәғәт иттем.

– Иң беренсе шуны асыҡларға кәрәктер: “Әй Йола”ны булдырыу идеяһы нисек барлыҡҡа килде һәм проекттың атамаһына ниндәй мәғәнә һалынған?

– Өфөнөң 450 йыллығына Руслан менән икәүләп йыр яҙҙыҡ, Адель уны башҡарҙы, мин ҡурайҙа уйнаным, бик матур килеп сыҡты. Шул ваҡытта уртаҡ фекер алышыуҙар мәлендә “Урал батыр”ға арналған альбом яҙҙыртыу уйы килеп тыуҙы. Бер йылға студияға бикләнеп тигәндәй эшләнек.

“Йола” һүҙенә “Урал батыр”ҙа ныҡ мөһим, ҙур мәғәнә һалынған. Бөтә Йыһан, донъя ҡоролошо, йәшәйеш ҡанундары тип аңлатырға мөмкин.

– “Һомай”ҙы сығарғанда, уның ошо тиклем популяр булып китерен күҙ алдына килтерҙегеҙме? Башҡорт телен, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ эпосын бер сығыш менән популяр итеүгә өлгәштегеҙ. Ниҙәр кисерәһегеҙ?

– Беренсе йырыбыҙҙы яҙҙырып бөткәс тә килеп сыҡҡан эшебеҙгә берсә аптыраныҡ, берсә шатландыҡ, икенсе яҡтан, уның музыка донъяһында ваҡиға булырын аңланыҡ. Альбомды яҙҙырып бөткәс, ҡыуаныстан үрле-ҡырлы һикерҙек (көлә – Р.Ғ.). “Һомай”ҙың уңышҡа өлгәшерен тойомлай инек ысынлап та, әммә шул ҡәҙәре тиҙ булыр тип көтмәгәйнек. Аллаһ Тәғәләнең хикмәте. Урал батырҙың, халҡыбыҙҙың тарихы, тамырҙары, булмышы – ни булһа ла, ябай ваҡиға түгел, ниндәйҙер хикмәт эшләй бында.

Халҡыбыҙ, “Урал батыр” өсөн ғорурлыҡ кисерәбеҙ. Гуглда эҙләнгән мәғлүмәттәр буйынса Урал батырға ҡағылышлы һорау тәүге өсәү исемлегендә – иҫ-аҡыл китерлек бит! Башҡорт халҡының бөйөк рухи ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосы бөгөн бөтә донъяны һиҫкәндерә, халҡыбыҙ ҡыҙыҡһындыра, шуға күрә милләтебеҙ, республикабыҙ өсөн дә, башҡарған эшебеҙ өсөн дә ғорурлыҡ кисерәбеҙ, әлбиттә! Халҡыбыҙҙың рухиәте тантанаһында беҙ – сәбәпсе, йәғни башҡарыусы ғына, тип һанайым.

Тәжрибәбеҙ ҙә ролен уйнамай ҡалмағандыр: Руслан Шәйхетдинов ул ғәйәт талантлы музыкант, аранжировкалаусы, продюсер. Уның ҡулы тейгән музыкаль әҫәрҙәрҙең сифаты ныҡ юғары. Беҙ ҙә “Арғымаҡ” менән донъяның төрлө мөйөштәрендә концерт биреп, халҡыбыҙҙың тарихы, булмышы, шәхестәребеҙ тураһында йырлап, башҡортлоғобоҙ ҡанға һеңгән. Адель дә бәләкәй сағынан йырлап, жанр стилистикаһы, йәғни заманса башҡарыу алымдарын өйрәнеп, шымартҡан йырсы. Әйтәйек, беҙҙең үҙенсәлекле халыҡ йырҙарын – оҙон көйҙәрҙе эстрада башҡарыусыһына йырлауы ауырыраҡ барыбер ҙә, һәм киреһенсә. Баштан уҡ эстрада һәм халыҡ йырҙарын башҡарыуға бергә уҡытылһа, халыҡ йырын төрлө манераға һалып йырларға мөмкин булыр ине. Шуға ла халыҡ йырын киңерәк аудиторияға сығарам тиһәң, эстрада жанрҙары стилистикаһында йырлай белгән кеше кәрәк. Аделдең башҡарыу манераһы йырға идеаль рәүештә тура килеп, ошондай уңышлы синтез барлыҡҡа килде.

– Бындай оло уңыштан һуң һеҙгә төрлө тарафтан төрлө кешеләр бәйләнешкә сыға, социаль селтәрҙәрҙә күп яҙаларҙыр?

– Эйе, хәбәрҙәр ысынлап та күп килә. Уларҙы бишәүләп ҡарап барһаҡ та өлгөрә алмайбыҙ, шуға ла был бурысты менеджерҙарға ҡалдырҙыҡ. Улар гастроль, фестивалдәрҙе, шәхси сығыштарҙы, интервьюларҙы графикка һала. Тәҡдимдәр күп килә, бына ғына хаттарға яуап биреп бөттөк тиһәк, икенсе көнөнә иртәнгә улар тағы тулған була.

– Ниндәй ижади тәҡдимдәр бар?

– Төрлөһө бар. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, төрөктәрҙең билдәле йондоҙҙары менән бергә сығыш яһарға тәҡдим итәләр, реклама проекттарына саҡыралар, араларында федераль, донъя кимәлендәге эре компаниялар ҙа бар. Әле төп эшебеҙ альбомдағы йырҙарҙы берәм-берәм сығарып, йәйгелеккә тулы альбом менән таныштырырға, тигән маҡсатты тормошҡа ашырыу йүнәлешендә бара. Альбом “Урал батыр”ға бәйле булғанға, уны башҡа төрлө сығыштар менән бутамайбыҙ. Әлбиттә, улар киләсәктә, бәлки, булыр ҙа.

– Көтөлмәгән уңыш башты әйләндермәйме?

– (Көлә.Р.Ғ.) Юҡ, Аллаға шөкөр. Әлеге кимәлгә етеү өсөн бығаса әҙерлек барғандыр, күрәһең. Руслан – быға ҡәҙәр ҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән ижадсы. Ул 100-150 мең тамашасы йыйылған фестивалдәрҙә сығыш яһап, “Максимум” радиоһында үҙенең “Электрошок” авторлыҡ тапшырыуын алып барып, бөтә донъяға билдәле “йондоҙ”ҙарҙан интервью алған, билдәлелек юлын үткән кеше.

Беҙ “Арғымаҡ” менән шулай уҡ ҙур уңыштарға өлгәштек, 100 ил араһында Гран-при ҙа яуланыҡ. Әлегеләй юғары күтәрелешкә нәфсенең әҙерлеге барғандыр, тип уйлайым, студент саҡтан ижад итә башлағайныҡ бит инде. Бәләкәй генә сәхнәләрҙән алып оло-оло залдар алдында сығыш яһаныҡ. Гел халыҡ араһында булдыҡ, бер ҡасан да танауҙы сөймәнек.

“Һомай”ҙың уңышына ла мин беҙҙең төркөмдөң шәхсән күтәрелеше тип түгел, ә халҡыбыҙҙың алтын мираҫы “Урал батыр”ҙың уңышы тип ҡарайым. Халҡыбыҙ рухиәтенең күтәрелеше беҙҙе лә күтәрә, тиер инем. Ә беҙ, бая әйткәнемсә, – был эштә сәбәпсе. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең аша донъяға сығарҙы, халҡыбыҙҙы, бөйөк эпосыбыҙҙы таныулы итте.

– “Әй Йола”ның башҡа ағзалары менән ентеклерәк таныштырып киһәгеҙ, яҡшы булыр ине.

– Адель – Руслан Шәйхетдиновтың ҡыҙы. Бик матур, ипле, әҙәпле ғаилә. Руслан ғүмере буйы музыка менән шөғөлләнә, уны электән диджей Руслан Север тип беләләр. Адель дә туғыҙ йәшенән йырлай һәм төрлө конкурстарҙа ла көсөн һынап ҡарай. “Песня на ТНТ” проектында бик матур сығыш яһанылар.

– Альбом өҫтөндә эшләүҙән тыш, яҡын араға ниндәй пландарығыҙ бар?

– Альбом, дөрөҫөн әйткәндә, әҙер, әле уны релиз менән сығарабыҙ, өс аҙнаға – бер йыр. Әле клиптар сығарыу өҫтөндө эшләйбеҙ. Оҙаҡламай Мәскәүгә сығабыҙ, унда МузТВ, ТНТ, Европа-плюс, “Наше радио” һәм башҡа ТВ-, радио майҙандарында тура эфирҙа булабыҙ, Павел Воля саҡырыуына ла ыңғай яуап бирҙек. Мәскәүҙән ҡайтышлай Ҡазанға һуғылып сығыш яһарға уй бар. Унан үҙебеҙҙең Башҡортостанда “Һомай”ға клип төшөрә башларбыҙ, тип ниәтләйбеҙ. Йәнтөйәгебеҙҙең һәр бер күркәм урыны тиерлек “Урал батыр” эпосына бәйле. Башҡортостанға ҡарата ҡыҙыҡһыныу артҡас, уның матур тәбиғәтен дә күрһендәр, тигән ниәт менән атҡарабыҙ был эште. Унан инде Ҡаҙағстанға сығып китербеҙ, тип торабыҙ. Унда фестивалдә ҡатнашабыҙ, концерт та бирәбеҙ, тигән ниәт бар. Бишкәк, Ташкент, Алма-Ата, Астанала сығыш яһарға тейешбеҙ. Икенсе бер йырыбыҙға ҡаҙаҡтар менән клип төшөрөү ҙә күҙаллана.

– Уңышығыҙҙы Башҡортостандағы ижади даирәләр нисек ҡабул итте? Ә яҡындарығыҙ, “Арғымаҡ”тар?

– Туғандарыбыҙ ғорурлана, бөтә республика халҡы ҡотлай, рәхмәт әйтә, “ниһайәт, “Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан ул?” тип һорау бирмәҫтәр” тип ҡыуана. “Арғымаҡ”тар ҙа ихлас шатланып ҡабул итте. Айрат – думбырасы егет менән ҡайһы бер видеоларҙа бергә төшәбеҙ. Ҡаҙаҡтарға, азербайжандарға, төрөктәргә рәхмәт йөҙөнән уларҙа билдәле булған йырҙарҙы башҡарҙыҡ. Киләсәктә инде ҡырғыҙ, үзбәк йырҙарын башҡарырға, тигән ниәт бар, сөнки бөтә төрки донъяһы беҙҙе күтәрҙе, “башҡорт ҡәрҙәштәр, әйҙәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән!” тип дәртләндерҙеләр. Һәр береһенә рәхмәтебеҙҙе уларҙың йырҙарын башҡарыу аша белдереү яҡшы булыр ине.

– “Һомай” тексының, көйөнөң авторҙары кем, тип тә ҡыҙыҡһынмай булмай.

– Һүҙҙәрен Диана апай Килдина ижад итте, ул ғүмере буйы эпосты өйрәнә, ҡабат-ҡабат уҡый. Уҡыған һайын яңы мәғәнәләрен аса һәм был йәшерен, тәрән төшөнсәләрҙе шиғырҙары аша бирә. Музыка, ритм торошона тап килһен өсөн, мин тексты бер аҙ эшкәрттем.

Көйөн Руслан ижад итте, аранжировкаланы, мин халыҡ уйын ҡоралдарын өҫтәп яҙҙырҙым.

– Һорауҙарға ихлас яуап биреүегеҙ өсөн рәхмәт, Ринат! “Әй Йола”ның баш китерлек уңышына ҡыуанабыҙ һәм артабан да илһамланып ижад итеүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ! Афарин!

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Фотолар: “Әй Йола”ның социаль селтәрҙәге төркөмөнән, видеонан скриншот.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-04-06/rinat-rama-anov-omay-y-u-yshy-hal-yby-ruhi-tene-k-t-releshe-4186530

 
"Һомай"ҙың уңышы хаҡында Ринат Рамаҙанов менән әңгәмә
"Һомай"ҙың уңышы хаҡында Ринат Рамаҙанов менән әңгәмә
Автор:
Читайте нас