Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Март 2025, 08:36

Владимир Путиндың указы менән республика тренерҙары лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путиндың указы менән республика тренерҙары лайыҡ булдыВладимир Путиндың указы менән республика тренерҙары лайыҡ булды
Владимир Путиндың указы менән республика тренерҙары лайыҡ булды

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының «Адаптив спорт үҙәге» спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусыһы Ольга Байракова I дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнде. 

«Салауатинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тренеры-уҡытыусыһы, «Алтын балыҡ» бассейнының йөҙөү буйынса баш тренеры Фәнил Кирәевҡа II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы тапшырылды.

Бынан алдараҡ дәүләт башлығы Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Валерий Олейникты, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насированы һәм башҡаларҙы юғары дәүләт наградалары менән билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-03/ukazom-vladimira-putina-trenery-bashkirii-udostoeny-vysokih-gosnagrad-4143365

Автор:
Читайте нас